

Башҡортостандың һуңғы йылдарҙағы фән һәм ғилем тармағындағы иң ҙур ҡаҙанышы тип Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген булдырыуҙы атарға була. Мәғлүм булыуынса, былтыр 3 декабрҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин федераль кимәлдә ярҙам күрһәтелгән ғилми-белем биреү үҙәктәрен конкурс нигеҙендә һайлап алыу йомғаҡтары буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны. Ошондай үҙәктәрҙең береһе Өфөлә ойошторола.
– Республикабыҙ өсөн был – ҙур еңеү, – тине Радий Хәбиров. – Әлегә тиклем төбәктә бындай уңыш булғаны юҡ ине. Әле иһә уртаҡ тырышлыҡ менән ошоға өлгәштек.
Өфөләге үҙәк 10 технологик проектты төҙөйәсәк. Улар нигеҙендә 2025 йылға “Яңы йәшәү мөхите”, “Һанлы һәм “йәшел” химия, энергетика”, “Биомедицина һәм генетика”, “Инжиниринг һәм алдынғы етештереү технологиялары” кеүек йүнәлештәр буйынса алдынғы 95 фәнни технология барлыҡҡа киләсәк.
Үҙәккә йыл һайын төрлө гранттар йәлеп ителәсәк. Мәҫәлән, ғилми-белем биреү үҙәктәре советы ултырышы ҡарары буйынса 2021 йылға 128 миллион һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булдыҡ.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡарамағындағы ойошмалар базаһында алты лаборатория булдырыласаҡ. Конкурстың мотлаҡ шарты – проектта йәш аспиранттарҙың, студенттарҙың ҡатнашыуы.
Ғилми-белем биреү үҙәге ҡарамағындағы йәштәр лабораторияларының һәр береһе өсөн федераль бюджеттан 15 миллион һум аҡса бүленәсәк. Проект өс йылға иҫәпләнгән. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда фәнде үҫтереүҙең әлеге йүнәлеше өсөн генә лә 270 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Йыл дауамында берҙәм көс менән ике миллиард һум федераль аҡса йәлеп итеүгә өлгәштек. Тағы бер яҡшы яңылыҡ – Рәсәй Хөкүмәте Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшөн хупланы. Башҡортостандың баш ҡалаһында студенттар ҡаласығы төҙөләсәк.
Республика етәксеһе белдереүенсә, бында тиҫтәнән ашыу миллиард һум аҡса тураһында һүҙ бара. Ул студенттарҙың дөйөм ятаҡтары өсөн генә тотонолмаясаҡ, ғилми лабораториялар, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн спорт, мәҙәниәт учреждениелары булдырыуға ла йүнәлтеләсәк.
Кампусты студенттар ҡаласығы тип кенә ҡарарға ярамай. Унда донъя кимәлендә танылыу яулаған ғалимдар ҡатнашлығында төрлө симпозиумдар уҙасаҡ.
Шул иғтибарҙы йәлеп итә: төҙөлөшкә федераль бюджеттан ғына түгел, республика ҡаҙнаһынан да аҡса бүлеү ҡаралған.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.