

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнөндә Өфөләге Колонна залында бер төркөм уҡытыусыларға – дәүләт наградаларын һәм республикабыҙҙың ауыл мәктәптәрендә эшләгән йәш педагогтарға (грант отҡан конкурс еңеүселәренә) бүләктәр тапшырҙы.
– Барыбыҙ өсөн дә Уҡытыусы көнө – иң сағыу һәм мөһим байрамдарҙың береһе, – тине республика етәксеһе. – Педагогтарҙы ҡотларға ҙур ихласлыҡ менән килдем. Иң беренсе ауыр ҙа, ҡатмарлы ла, әммә намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең тырышлығығыҙ арҡаһында малайҙар һәм ҡыҙҙар ысын кеше һәм Рәсәй гражданы була, яҡшы сифаттарҙы үҙләштерә.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, Башҡортостанда мәғариф тармағына ҙур иғтибар бүленә. 2019 йылдан алып беҙҙә 37 мәктәп һәм 49 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, йыл аҙағына хәтлем мәктәптәр, айырыуса ауыл мәктәптәре капиталь ремонт буйынса федераль программаға ингән. Уның нигеҙендә 365 мәктәп төҙөкләндереләсәк.
– Башҡортостан өсөн мәғариф йүнәлешен үҫтереү йәһәтенән уҙған ике йыл шул тиклем уңышлы булды, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Радий Хәбиров. – Беҙҙең Евразия ғилми-белем үҙәге федераль статус алды. Улай ғына түгел, республикабыҙ студенттарҙың кампусын төҙөүгә бюджет грантын отто. Алдынғы өс университет “Приоритет-2030” программаһында ҡатнашыу йәһәтенән заявкаларҙы яҡларға өлгөрҙө. Әлбиттә, был төбәктең юғары уҡыу йорттарына икенсе һулыш бирәсәк.
Республика етәксеһе коронавирус пандемияһы осоронда сыҙамлы булғандары өсөн уҡытыусыларға рәхмәт әйтте. Ысынлап та, һынылышлы мәлдә мәктәптәр дистанцияла уҡытыуға күсте, ә педагогтар тиҙ арала уҡытыуҙың яңы методикаһына ҡулайлашты.
– Дистанцияла уҡытыу алымы менән эшләһәгеҙ ҙә һәм даими карантинда булһағыҙ ҙа, һаман да балаларға төплө белем бирәһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Олимпиада еңеүселәре – шуның һөҙөмтәһе. Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса 109 ҡыҙ һәм егет 100 балл йыйҙы, ә биш уҡыусы имтиханда хатта икешәр предметтан 100-әр балл алды.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан Башлығы 2019 йылдың июнь айында ауылдағы йәш уҡытыусыларға ярҙам йөҙөнән 600 мең һум күләмендә йыл да бирелә торған 100 грант булдырҙы. 2020 йылда гранттың күләме 690 мең һумға тиклем артты.
Республика етәксеһе, ошо ярҙам менән мөмкин хәтлем алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар файҙаланһын өсөн, 2022 йылда ауыл уҡытыусыларына гранттар һанын 200-гә хәтлем арттырыу тәҡдимен еткерҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен ун уҡытыусы алды, ә грант ауыл мәктәбендә эшләгән 40 уҡытыусыға бирелде.
– Балаларҙың теүәл фәндәргә ынтылышын күреү шатлыҡлы, – тине Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡырмыҫҡалы гимназияһының химия уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гүзәл Ардыуанова. – Йыл да бер нисә сығарылыш уҡыусыһы юғары уҡыу йорттарының химия факультетына уҡырға инә.
Инна Байғүбәкова Күгәрсен районы Мораҡ ауылындағы 1-се мәктәптә инглиз теленән уҡыта. Йәш уҡытыусының һүҙҙәренә ҡарағанда, сит телдәрҙе тәрән өйрәнгән уҡыусыларҙың барыһы ла тормошта үҙ урындарын еңел таба. Ғөмүмән, ҡыҙ һәм малайҙарҙа инглиз телен өйрәнеүгә бәләкәйҙән көслө теләк уятырға була. Тырышлыҡ һәм үҙ һөнәренә һөйөү генә юҡҡа сыҡмаһын, һүнмәһен.
- Илдар АҠЪЮЛОВ.