

8-9 октябрҙә "Торатау" конгресс-холында башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса "Евразия төрки халыҡтарын дисциплина-ара тикшереүҙәр контексында башҡорттар" тигән фәнни сессия бара. Ул СССР Фәндәр академияһының Тарих бүлексәһе башҡорт этногенезы проблемалары буйынса үткәргән фәнни сессияның 50 йыллығына арнала.
— Телдәрҙе һәм милли мәҙәниәттәрҙе өйрәнеү — йәмғиәттәге именлекте һәм берҙәмлекте һаҡлау йәһәтенән бик мөһим мәсьәлә, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. — Фәнни сессияның беҙҙең республикала ойошторолоуы осраҡлы түгел, ни тиһәң дә, бында йөҙҙәрсә төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара татыулыҡта йәшәй. Ғөмүмән, халыҡтар дуҫлығы тураһында ишетеп кенә белмәйбеҙ.
Азат Шамил улының әйтеүенсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы сәйәсилектән яйлап арына бара, был — фәнгә таяныу, ғалимдарҙың әүҙем хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе.
Сессияла телдәрҙең тарихын һәм бөгөнгө хәлен анализлауға, диалекттарҙы өйрәнеүгә, һүҙҙәрҙең электрон базаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөн сара барышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Рәсәй Фәндәр академияһының Системалы программалау институты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.