Белем һәм тәрбиә
9 Октябрь 2021, 15:20

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Рәсәй фәндәр академияһының Иванников исемендәге системалы программалау институты менән Башҡортостан Хөкүмәте Lingvodoc лингвистик платформаһын үҫтереү буйынса килешеү төҙөнө. 

Килешеүгә ҡул ҡуйылдыКилешеүгә ҡул ҡуйылды
Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Рәсәй фәндәр академияһының Иванников исемендәге системалы программалау институты менән Башҡортостан Хөкүмәте Lingvodoc лингвистик платформаһын үҫтереү буйынса килешеү төҙөнө. Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы бөгөн, 8 октябрҙә, Башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса фәнни сессияның икенсе ултырышы сиктәрендә үтте.

Ғалимдар башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын бергә комплекслы өйрәнеү программаһы буйынса хеҙмәттәшлек итәсәк. Документҡа Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм Рәсәй фәндәр академияһы академигы, системалы программалау институты директоры Арутюн Аветисян ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй фәндәр академияһының системалы программалау институтында лингвистика тармағындағы тикшеренеүҙәр ун йылдан ашыу алып барыла.  2012 йылда филология фәндәре докторы Юлия Норманская етәкселегендә һәм тел институты менән уртаҡ проект сиктәрендә Lingvodoc системаһы эшләнә башлай. Ул бөтөп барған телдәрҙәге текст документтарын бер үк ваҡытта күп кешеләр ҡуллана алыуын, күп ҡатлы һүҙлектәр төҙөүҙе һәм текст, аудио материалдарын фәнни маҡсатта файҙаланыуҙы күҙ уңында тота.  2019 йылдан алып системалы программалау институтында Юлия Норманская етәкселегендәге лингвистик лаборатория эшләп килә.

Үткән йылдар эсендә был платформа нигеҙендә меңдән ашыу Рәсәй телдәренең һәм диалекттарының архивта һаҡланған һәм заманса аудиоһүҙлектәре һәм текстары йыйылған. Был төрлө йүнәлештәге бик күп ғалимдарҙың һәр ҡайһыһы үҙ урынында һәм бергә эшләүе, шулай уҡ онлайн-платформала башҡа ил һәм ҡалаларҙан иң яҡшы белгестәрҙе йәлеп итеү һөҙөмтәһе. Эштең сифатын тикшереү алгоритмдары һәм һөҙөмтәләрҙең дөрөҫлөгө лә ҙур роль уйнай.

Хәҙерге ваҡытта Lingvodoc Рәсәй халыҡтары телдәре буйынса эшләгән бөтә белгестәрҙе берләштерә, фәнни эштәрҙең сифатын һәм эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында археологтар, антропологтар һәм генетиктар  өсөн модулдәр булдыра, бер нисә фән араһында сағыштырыуҙар үткәрә.

Платформа эше процесында алынған һөҙөмтәләр нигеҙендә Рәсәй телдәрен уҡытыу өсөн модуль булдырыу планлаштырыла.

2021 йылда Рәсәй фәндәр академияһының системалы программалау институты менән Н.П. Огарев исемендәге Мордва дәүләт университеты араһында "Фин-уғыр халыҡтарының телдәре һәм этногеномикаһы" консорциумын ойоштороу тураһында килешеү төҙөлгәйне. Уның маҡсаты  – төрлө осорҙағы мордва диалекттарының корпустарын үҫтереү, уларҙың мәғәнәһен тикшереү, анализлау һәм  Lingvodoc платформаһында морфологик анализаторҙар булдырыу.

Бөгөнгө көндә Lingvodoc утыҙлаған юғары уҡыу йорто һәм тикшеренеү институттары лингвистары тарафынан файҙаланыла.

("Башинформ" мәғлүмәттәре буйынса Г. Яҡупова әҙерләне)

Фото: Олег Яровиков.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас