Белем һәм тәрбиә
10 Октябрь 2021, 12:30

Федан Ғафаровтың ҡайтыуына шатбыҙ!

"Республикабыҙҙың көслө һәм һәләтле кешеләрҙе үҙенә тартыуы өсөн мин бик шат", – тип яҙған уның хаҡында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Федан Ғафаровтың ҡайтыуына шатбыҙ!Федан Ғафаровтың ҡайтыуына шатбыҙ!
Федан Ғафаровтың ҡайтыуына шатбыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре аша Өфө ҡалаһындағы 95-се Белем биреү үҙәгенең биология уҡытыусыһы Федан Фаяс улы Ғафаров менән таныштыра.

"Федан Ғафаров 2020 йылда "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсында абсолют еңеүсе булды. Белем биреүҙең сағыу алымдары, теория һәм мотлаҡ практика, классика һәм тәжрибәләр – Федан Фаяс улы әйтеүенсә, педагог алдынғылығының нигеҙе шунда. Уҡытыусы булараҡ эшмәкәрлеген Федан Ғафаров Камчаткалағы Усть-Камчатск ҡасабаһында башлаған, аҙаҡ кесе ватанына – Башҡортостанға – әйләнеп ҡайтҡан. Республикабыҙҙың көслө һәм һәләтле кешеләрҙе үҙенә тартыуы өсөн мин бик шат", – тип яҙған Радий Фәрит улы.

Төбәк Башлығы шулай уҡ Федан Фаяс улы Ғафаровты, Өфөнөң ул эшләгән 95-се Белем биреү үҙәге коллективын, уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен һәм тотош Башҡортостан халҡын Республика көнө айҡанлы ҡотлаған, барыһына ла тыныслыҡ һәм изгелек, яҡшы ялдар теләгән.

 

#ЖЗЛ_Башкортостан

 

Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән.

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас