

Быйыл августа Мишкә районына барғанда республика Башлығы Радий Хәбиров район үҙәгендәге 2-се урта мәктәп нигеҙендә күп йүнәлешле полилингваль мәктәп төҙөү бурысын ҡуйғайны.
Башҡортостанда 105 меңдән ашыу мари милләте вәкилдәре йәшәй, был – халыҡ диаспораһы буйынса Рәсәйҙә икенсе күрһәткес. Республикала мариҙарҙың туған телендә белем алыуы, уны өйрәнеүе өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. 16 районда, ике ҡалала балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, йәкшмбе мәктәбендә мари теле туған тел булараҡ өйрәнелә.
2023 йылда Мишкәлә асыласаҡ полилингваль мәктәп мари телен, мәҙәниәтен һәм тарихын тәрән өйрәнеү буйынса республикала ғына түгел, ә бөтә илдә алдынғы милли мәктәпкә әүерелергә тейеш.
Мәктәпте төҙөү мәсьәләһе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе А. Сидякин етәкселегендә үткән кәңәшмәлә ҡаралды. Унда Башҡортостан Башлығы хакимиәте вәкилдәре, Фән һәм мәғариф, Финанс, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлыҡтары етәкселәре, район хакимиәте, республиканың “Эрвел-Марий” милли-мәҙәни автономияһы” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә полилингваль мәктәп асыласаҡ 2-се мәктәпкә төкәтмә төҙөү, бинаны капиталь йүнәтеү, заманса уҡыу ҡорамалдары, кадрҙар һәм уҡыу-методик ҡулланмалар менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. А. Сидякин проектты бассейн менән тулыландырыу буйынса йөкләмә бирҙе.
Мәғариф һәм фән министры А. Хажин әҙерлек эштәре барышы хаҡында һөйләне. 28–30 сентябрҙә Башҡортостан делегацияһы Мари Илендә булып итте. Осрашыу ваҡытында уҡыусыларҙың тел һәм этномәҙәни хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу, мари милли мәғарифын үҫтереү, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешелде. Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты һәм Мари мәғариф институты, Мишкәнең 2-се мәктәбе һәм Мари Илендәге Үрге Ушнур урта мәктәбе араһында килешеүҙәр төҙөлдө.
Мишкә районы башлығы П. Трапезников 2-се мәктәпкә төкәтмә эшләү, ремонт буйынса проект-смета документтары әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төҙөү эштәре мәсьәләләре, уның ваҡыты һәм эштәр күләменә ҡағылышлы һорауҙар буйынса ентекле фекер алышты.