

16 октябрҙә Ҡурған өлкәһенең Сафакүл мәктәбе ҡарамағында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асылды.
Тантаналы сарала Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе Илдус Ҡаһарманов, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты директоры Ринат Халиҡов составындағы делегация булды. Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы хакимиәте башлығы Ансар Әхмәтйәнов, мәғариф һәм фән департаменты етәксеһе Ирина Панфилова ҡатнашты. Шулай уҡ тантанала Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов, республикалағы Мәҙәниәт һәм фән министрлығының этномәҙәни һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе Айгөл Хәсәнова, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова һ.б. булды.
Килгән гимназия-интернаттарҙың педагогтары Сафакүл ауылы балалары өсөн милли хореография һәм ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ кластары күрһәтте. Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы ағзалары Ҡурған өлкәһе белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын грант проекттары, туған телде уҡытыу буйынса интерактив технологиялар менән таныштырҙы.
Башҡорт теле, мәҙәниәте, халҡыбыҙ тарихы буйынса дәрестәр урындағы педагог тарафынан аҙнаһына өс тапҡыр төрлө йәш төркөмөндәге балаларға үткәреләсәк.
Фото: Мәҙәниәт һәм фән министрлығы.