

15 – 19 ноябрҙә Ҡазанда үтәсәк “Йөрәгемде балаларға бирәм-2021” һөнәри оҫталыҡ конкурсының федераль финал этабында ҡатнашыусылар билдәләнде.
Сараның ситтән тороп үткәрелгән өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының 71 төбәгенән 360-тан ашыу педагог көс һынашты. Улар араһынан Башҡортостандан өс уҡытыусы финалға сыҡты.
Улар - Валерия Викторовна Адыева – Мишкә районындағы “Юлсы” балалар-үҫмерҙәр туризмы, экскурсиялар һәм илһөйәрлек тәрбиәһе үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы; Зинаида Леонидовна Федорова – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Гайдар исемендәге физкультура-спорт йүнәлешендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы өҫтәмә белем биреү педагогы; Оксана Васильевна Остапчук – Өфөләге Республика балаларға өҫтәмә белем биреүҙә остазлыҡ йүнәлеше буйынса мәғариф технопаркы педагогы.
Был этапта ҡатнашыусылар һөнәри портфолио, видеоролик форматында визит картаһын һәм үҙенең өҫтәмә белем биреү программаһын күрһәтте.
Номинацияларҙа еңгәндәр икенсе турҙа үҙ көсөн һынаясаҡ: “Педагогик алыш” буласаҡ. Ҡатнашыусыларға мәғариф һәм педагогик технологияларҙы файҙаланыу буйынса мәсьәләләрҙе сисергә, артабан видеоролик форматында бирелгән проблемалы хәлде асыҡлау юлын тәҡдим итергә тура киләсәк.
Финалға сыҡҡандар үҙҙәрен “Педагогик риторика” жанрында күрһәтә аласаҡ. Уларҙы Рәсәй Мәғариф министрлығы вәкиле менән һөнәри диалог көтә. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итмәй ҡалмай.
Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан