Белем һәм тәрбиә
18 Октябрь 2021, 16:30

Шәхси балалар баҡсалары артасаҡ

Был йүнәлеш айырыуса Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Өфө, Бәләбәй райондарында әүҙем үҫешә.

Шәхси балалар баҡсалары артасаҡШәхси балалар баҡсалары артасаҡ
Шәхси балалар баҡсалары артасаҡ

Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә дәүләткә ҡарамаған мәктәпкә тиклемге белем биреү учреждениеларын үҫтереү буйынса пландарҙы тикшерҙеләр.

Төбәктә лицензияһы булған 45 шәхси балалар баҡсаһы эшләй, уларға 2872 бала йөрөй. Был йүнәлеш айырыуса Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Өфө, Бәләбәй райондарында әүҙем үҫешә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, муниципаль балалар баҡсаларында көсөргәнеште кәметеү һәм шәхси секторға ярҙам итеү өсөн 2019 йылдан алып Башҡортостанда сертификаттар программаһы эшләй. Проектта Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама ҡатнаша. Ул ике айҙан өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәһенә, муниципаль балалар баҡсаһында урын булмаһа, шәхси учреждениеға юллама алыу мөмкинлеге бирә. Программаға ярашлы, шәхси ойошмалар һәр балаға айына 6000 һум күләмендә республика һәм урындағы бюджеттан финанслау ала.

Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, былтыр Өфө һәм Стәрлетамаҡта ошондай дәүләткә ҡарамаған ойошмаға баланы йөрөтөү өсөн 1059 сертификат тапшырылған. Быйыл иһә Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекаманан ике мең балаға ошондай документ бирмәкселәр. 2022 йылдан программаға Иглин районы ла ҡушыла.

Республикала шәхси балалар баҡсалары өсөн күрһәтелгән тағы бер ярҙам – гранттар. “Демография” милли проектының мәшғүллеккә булышлыҡ итеү төбәк проекты нигеҙендә былтыр Башҡортостанға федераль бюджеттан 24 миллион һум бүленгән. Был аҡсаға биш шәхси балалар баҡсаһы һәм йәш ярымдан өс йәшкә тиклемгеләр өсөн 200 өҫтәмә урын булдырылған.

"2021 йылға ла республика заявка бирҙе. Шәхси балалар баҡсаһында 400 өҫтәмә урын булдырырға йыйынабыҙ. Ошо маҡсатта 49 миллион һум алдыҡ", – тине министр урынбаҫары.

– Беҙ бик бәләкәй балалар менән эш итәбеҙ. Шуға күрә шәхси баҡсаларҙа ла сифатлы хеҙмәт күрһәтергә тейеш. Республика үҙ яғынан яйлап финанслауҙы арттырасаҡ, төҙөлөш мәсьәләһен хәл итәсәк. Был бик кәрәкле һәм ваҡытлы ярҙам. Беҙҙә дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениелары хеҙмәттәре баҙары барлыҡҡа килә, уларға булышлыҡ ҡылырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас