

Баймаҡ ҡалаһындағы “Толпар” балалар баҡсаһы асылыуға күп ваҡыт үтмәгән, әммә тәүге көндәрҙән үк тәрбиә һәм белем биреү эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ педагогикаһына таянып, этнотөбәк компоненттарын иҫәпкә алып ойошторола.
Балалар баҡсаһы етәксеһе Рәзилә Һағынбаева әйтеүенсә, коллектив сағыштырмаса йәш, хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше – 30-35 самаһы. Бөтәһе 150 урынға иҫәпләнгән баҡсала әле алты төркөмгә 130 кескәй йөрөй. Быйылғы уҡыу йылынан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы полилингваль йүнәлеш буйынса эшләй, балаларға инглиз теле лә өйрәтелә башлаған.
Шулай уҡ балалар баҡсаһында “Башҡорт халыҡ традицияларына нигеҙләнеп, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа сәләмәт тормош рәүеше тәрбиәләү” тип аталған тәжрибә майҙансығы булдырылған. Уның ғилми етәксеһе, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты доценты Зәкиә Ғәбитова менән берлектә тәрбиәселәрҙең ижади төркөмө сәләмәт йәшәү рәүешенә өйрәтеү йүнәлешендә тәрбиә һәм белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн ижади алымдар эҙләй. Альбина Байморатова – эшенә ижади ҡараған тәрбиәселәрҙең береһе.
Баҡалы районының Туҡтағол ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, 1992 йылда Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай. Башҡорт ауылы булараҡ, мәктәптә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыла, балалар ҙа башҡортса белем ала.
Альбина Әбүзәр ҡыҙы, дәрестән тыш, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә етди иғтибар бирә. Уның уҡыусылары “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика бәйгеләрендә һәр саҡ алдынғы урындар яулай, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша.
Үҙ эшен яратҡан йәш белгес уҡыуын артабан камиллаштырыу маҡсатында, ситтән тороп Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. 2008 йылда Баймаҡ районының Семеновка ауылы егете Рәйескә тормошҡа сыға. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған Альбина Байморатоваға балалар баҡсаһында эшкә тотоноу ауыр булмай.
– Балаларҙы яратҡанға күрә, кескәйҙәр менән эшләү нығыраҡ оҡшай. Улар һинең һәр һүҙеңде тыңлап, күҙеңә генә ҡарап тора. Ни тиһәң дә, мин уларҙың “икенсе әсәһе” бит. Күберәк халыҡ педагогикаһы алымдарына таянып эш итәм, халҡыбыҙҙың милли уйындарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңдарын бәләкәйҙән күңелдәренә һеңдерергә тырышам, сөнки бала күңелендә бәләкәй саҡтағы күренештәр, йырлаған йырҙары, уйындары күберәк хәтерҙә ҡалыусан. Әгәр ғаиләлә, артабан балалар баҡсаһында туған телгә, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына һөйөү һалына икән, уның киләсәктә лә үҙ милләтенә ҡарата йылы хистәре һүнмәйәсәк. Малайҙарым һәм ҡыҙҙарым менән әсә телендә төрлө һынамыштар, шиғырҙар өйрәнәбеҙ, был да уларҙың телмәрен үҫтерә. Балалар баҡсаһындағы музейҙа йыш булабыҙ, кескәйҙәремә ундағы һәр әйберҙең нимә аңлатыуы, ни өсөн ҡулланылыуы хаҡында һөйләйем. Милли кейемдәр кейеп, дәрестәр үткәрәм, – ти тәжрибәле тәрбиәсе.
Бала тәрбиәләүҙә өләсәй һәм олатайҙар мәктәбе лә ҙур роль уйнай. Был тәңгәлдә лә Альбина Әбүзәр ҡыҙы маҡсатлы эш алып бара: тәрбиәләнеүселәренең олатай-өләсәйҙәрен саҡырып, төрлө саралар үткәрә. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған, бер сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй, тик әлегә коронавирусҡа бәйле хәлдәр арҡаһында аралашыу, осрашыуҙар бер аҙ сикләнеп тора. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, үҙ эшенең оҫтаһы Альбина Байморатова – ғаиләһендә лә бәхетле ҡатын һәм әсәй. Тормош иптәше Рәйес менән өс бала тәрбиәләй, бик матур донъя көтәләр. Баҡалы ҡыҙы, Баймаҡ ерендә үҙ яҙмышын табып, яратҡан эшендә күңел биреп хеҙмәт итеүе менән үҙен бәхетле һанай.
Кәримә Усманова.