

Һәр уҡыу йылын ашҡынып көтөп ала Баймаҡ ҡалаһындағы 2-се урта мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ошо фән уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Эльвира Ҡолмөхәмәтова. Үҙенең күңел торошон һөнәренә булған һөйөүе һәм уҡыусыларҙы яратыуы менән аңлата ул.
Эльвира Бикйән ҡыҙы сығышы менән Муллаҡай ауылынан. Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында рәхәтләнеп уйнап, шуның һыуын эсеп үҫкән. VI класты тамамлағас, Баймаҡ мәктәп-интернатына уҡырға бара. Артабан Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-рус бүлегендә белем ала.
Ишей ауылы егете Әхәт Рәшит улына кейәүгә сығып, 1996 йылда Ишей мәктәбендә пионервожатый булып хеҙмәт юлын башлай, артабан уҡытыусы була. Әммә “ҡулайлаштырыу” еле төпкөлдәге ауыл мәктәбен дә урап үтмәй. Тәүҙә урта мәктәп – туғыҙ йыллыҡҡа, аҙаҡ башланғыс белем усағына әйләнеп, тәжрибәле уҡытыусы эшһеҙ тороп ҡала, шуға күрә әңгәмәсем 2015 йылды иҫкә алырға яратмай.
– Яратҡан эшемде юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙем. Бер йылдан Темәс урта мәктәбенә директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһына “ҡоҙаланылар”. Ирем, ҡайным-ҡәйнәм менән кәңәшләштем дә ризалығымды бирҙем. Ярты йыл эшләгәс, Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе етәкселегенән саҡырыу килде. Нисек ҡыйыулығым еткәндер, әммә буй етмәҫтәй ҡала мәктәбе тип ҡарап торманым, 2016 йылдың 1 сентябрен ошонда ҡаршыланым. Минең өсөн тормошомда киҫкен боролош булды – килен булып төшкән ауылдан ҡапыл икенсе ергә барып эшләй башланым. Әммә кеше бар үҙгәрештәргә лә тиҙ күнегә, өйрәнә. Яраҡлашыу осоронда коллегаларым миңә терәк булды, улар күп нәмәгә өйрәтте, – ти Эльвира Бикйән ҡыҙы.
Әлбиттә, ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар араһында айырма бар. Ауыл балалары белем алыуҙы ла, өйгә эште башҡарыуҙы ла берҙәй алып барһа, ҡала мәктәптәрендә балалар үткер, әүҙем, уларға төрлө яҡлап үҫешеү өсөн уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған, бары теләк кенә кәрәк. Шулай ҙа уҡыусы һәр саҡ уҡыусы булып ҡала. Уҡытыусының бурысы – ошо эскерһеҙ бала күңеленә шытымлы белем орлоғо һалыу, шәхес тәрбиәләү.
Был бурыстарҙың барыһын да Эльвира Ҡолмөхәмәтова ҙур яуаплылыҡ менән башҡара һәм бик күп уңыштарға өлгәшә. Уның уҡыусылары район, республика олимпиадаларында ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулай. Шулай уҡ интернет-конкурстар, төрлө конференциялар, яҙыусыларҙың хәтер һәм ижад кисәләре, бәйгеләр ойошторолһонмо –уҡыусылары һәр саҡ уҡытыусы янында ҡайнай.
– Бөгөн мәғариф өлкәһендәге яңыртыу сараларына ыңғай ҡарайым, сөнки уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын яҡшыртыу мотлаҡ. Айырыуса яңы Федераль дәүләт стандарттарының ҡабул ителеүе һөйөндөрә. Уҡытыусы айырым эш программаһын төҙөмәй, әҙер проект буйынса белем бирәсәк. Күпме ҡағыҙ эшенән азат итәсәк ул педагогтарҙы. Уҡытыусы алдынғы ҡарашлы булырға, замандан артта ҡалмаҫҡа, белемен даими камиллаштырырға, яңы уҡытыу алымдарын үҙләштерергә тейеш. Шуның өсөн мин артабан да үҙ-үҙемде үҫтереү өҫтөндә эшләргә, балаларға ныҡлы белем бирергә, уларҙың талантын үҫтереүҙе дауам итергә тигән пландар менән йәшәйем, – ти тәжрибәле уҡытыусы.
Уҡытыусы эшенең ауыр, тынғыһыҙ икәнен балалары күреп үҫһә лә, ҡыҙы Гөлиә әсәһенең юлын һайлаған. Ул, Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының педагогия факультетында белем алып, башҡорт һәм рус телдәре бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған, бөгөн уңышлы эшләп йөрөй. Улы Иршат алыҫ Камчаткала тир түгә, ә төпсөктәре Ислам VI класҡа бара.
“Яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге тыуһа, барыбер уҡытыусы булыр инем” тигән һүҙҙәре лә Эльвира Ҡолмөхәмәтованың эшен яратыуы хаҡында һөйләй. Ысынлап та, күңеле һәм булмышы менән уҡытыусылыҡты үҙ иткәндәр генә оҙаҡ йылдар уҡыусыларға белем бирә, ошонан йәм һәм көс таба, һәр саҡ яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтыла.
Кәримә Усманова.