Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Октябрь 2021, 12:00

Башҡортостан “йәшел зона”ға ингән

100 балл йыйған сығарылыш уҡыусыларын әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һум күләмендә премия түләү дауам итә.

Башҡортостан “йәшел зона”ға ингән
Башҡортостан “йәшел зона”ға ингән

Мәғариф өлкәһендә идара итеүҙе тормошҡа ашырған башҡарма власть органдары етәкселәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе сиктәрендә Берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре иғлан ителде. Рәсәй төбәктәре имтихандарҙы планлаштырыу ваҡытын үтәү, онлайн-күҙәтеү ҡуйылған уҡыу аудиториялары һаны, онлайн күҙәтеү ҡорамалдары менән файҙаланыу пункттарын йыһазландырыу кеүек күрһәткестәр буйынса баһаланды.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Берҙәм дәүләт имтиханының сифаты һәм ғәҙеллеген баһалау шарттары буйынса икенсе йыл рәттән «йәшел зона»ға инә һәм 2020 йыл менән сағыштырғанда күрһәткестәрен яҡшырта.

Имтихандың төп осоро 2021 йылдың 31 майынан 2 июленә тиклем үтте, һынауҙарҙы 17170 кеше тапшырған, шуларҙың 16104-е — мәктәпте быйыл тамамлаусылар. 100 балл йыйған имтихан эштәре 109 булһа ла, 100 балл йыйыусы уҡыусы 104 кеше. Биш уҡыусы ике фән буйынса 100-әр балл йыйыуға өлгәшкән.

Башҡортостанда быйыл тәүге тапҡыр Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашҡан 32 уҡыусы имтихан һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған һәм республиканың юғары белем биреү йорттарына ингән. Был студенттар донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәгенән 150 мең һумлыҡ премия ала.

2021 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусыларын әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һум күләмендә премия түләү дауам итә. Быйыл был түләүҙе 90 уҡытыусы аласаҡ.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: