Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Октябрь 2021, 19:00

Көҙгө каникул ҡасан башлана?

30 октябрҙән 7 ноябргә тиклемге осорҙа республиканың балалар баҡсалары һәм мәктәптәр нисек эшләйәсәк?

Көҙгө каникул ҡасан башлана?
Көҙгө каникул ҡасан башлана?

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ноябрҙә эшләмәй торған көндәрҙә белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларының нисек хеҙмәтләндерәсәге хаҡында белдерҙе.

Был көндәрҙә республикалағы балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр ойошторола. Уларҙың эшенә ҡағылған һорауҙар менән мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы етәксеһенә йәки йәшәгән урындағы хакимиәттең мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башҡортостан мәктәптәре иһә көҙгө каникулда календарь уҡыу графигы буйынса 29 октябрҙән 7 ноябргә тиклем була. Уны ваҡытынан алда башлау күҙалланмай. Колледж студенттары ла был осорҙа уҡымай.

Фото: salsknews.ru

Сығанаҡ: education.bashkortostan.ru/presscenter/news/403846/

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: