

18 октябрҙә Өфө ҡалаһындағы “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында “Киләсәк лабораторияһы” тигән мультимедиалы күргәҙмәнең асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бындағы экспозициялар “Киләсәккә билет” исемле мәктәп уҡыусыларының иртә һөнәри йүнәлеше тәңгәлендәге Бөтә Рәсәй проектының бер өлөшө ролен үтәй.
Башҡортостанда ошо проектта 15 мең тирәһе мәктәп уҡыусыһы, 158 педагог һәм 70 тәжрибәле остаз ҡатнашҡан. Тәүге көндә Өфө ҡалаһынан 121 ҡыҙ һәм егеттең ҡатнашыуы билдәле.
“Киләсәк лабораторияһы” күргәҙмәһенең маҡсаты – уйын алымын ҡулланып, мәктәп балаларын хеҙмәт баҙары, төрлө һөнәрҙәр һәм тармаҡ элементтары менән таныштырыу, йүнәлештәрҙең күп булыуын аңлатыу һәм үҫмерҙәргә һөнәр һайлағанда булышлыҡ, уларға ниндәй йүнәлештә үҫергә һәм асылырға икәнен асыҡларға ярҙам итеү.
– Быйыл иһә интерактив күргәҙмәлә, уҡыусыларға киләсәкке һөнәрҙәре тураһында һөйләгәндә, юғары технологиялар ҡулланыу мөмкинлеге булды, – тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Унда үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һөнәр тураһында тулы белешмә алырға була. Был проект беҙҙә бер нисә ай тормошҡа ашырыла, мәктәп уҡыусыларын күпләп йәлеп итеүгә ирештек, әлбиттә, санитария-эпидемилогия хәүефһеҙлеген тулыһынса үтәп.
Күргәҙмәгә килеүселәр бик күп һөнәрҙәр менән таныша. Һаулыҡ һаҡлау тармағы, уңайлы, хәүефһеҙ, индустриаль, социаль, эшлекле һәм креатив мөхиттәр шуға асыҡ миҫал.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.