

Ҡазан ҡалаһында “ПРО Добро” урта профессиональ белем усағы студенттарының Бөтә Рәсәй форумын тантаналы ябыу булды. Унда Рәсәйҙең 75 төбәгенән 700 студент һәм 300 педагог ҡатнашты.
Бай программа төҙөлгән. Студенттарҙың үҙидара менеджменты, йәмғиәт менеджменты, остаз, профилактика, кадрҙар резервы, гражданлыҡ әүҙемлеге һәм проекттар офисы, профйүнәлеш һәм эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.
Форумда Башҡортостандан 14 кеше ҡатнашты. Мәҫәлән, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы, Благовещен ҡалаһындағы үҫеш һәм мәҙәниәт үҙәге, Нефтекама машина төҙөлөшө колледжы, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы егеттәре һәм ҡыҙҙары һынатманы.
– Студенттар советы уҡыусыларҙы белем биреү ойошмалары идара механизмына йәлеп итеү өсөн көслө механизм, – тип һөйләй Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Колледждың экосистемаһы шул саҡта һығылмалы була, әгәр ҙә эш барышында педагогтар ҙа, студенттар ҙа берҙәй ең һыҙғанып хеҙмәт күрһәтһә. Уйлауымса, “ПРО Добро” форумында ҡатнашыусылар унан алған тәжрибәне колледждарҙа ҡулланыр, артабан тәрбиәүи эштәр һөҙөмтәле буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.