Белем һәм тәрбиә
22 Октябрь 2021, 07:55

Өфөлә ҙур университет төҙөлә

“Өҫтөнлөклө-2030” федераль программаһының өҫтөнлөктәре бихисап.

Күптән түгел Рәсәйҙең бер нисә юғары уҡыу йорто грант отто. Грант еңеүселәре – илебеҙҙең 22 төбәгенән 46 юғары уҡыу йорто. “Өҫтөнлөклө-2030” федераль программаһы исемлегендә республикабыҙҙағы өс юғары уҡыу йортон – Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт медицина университетын һәм Өфө дәүләт нефть техник университетын күреүебеҙгә ныҡ шатбыҙ. Һөйөнөслө хәбәрҙе Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылында ишетеү – шулай уҡ оло мәртәбә.

“Өҫтөнлөклө-2030” федераль программаһы нимә ул?” “Юғары уҡыу йорттарын бергә ҡушыуға нимә этәрҙе?” Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу маҡсатында Башҡорт дәүләт университеты ректоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, физика-математика фәндәре докторы Николай МОРОЗКИНҒА мөрәжәғәт иттек.

 

– Николай Данилович, ябай гәзит уҡыусыларға “Өҫтөнлөк­лө-2030” про­грам­маһының асылын ҡыҫҡаса аңлатып бирегеҙ әле.

– Илебеҙҙә университеттар араһында академик стратегия лидерҙары йүнәлешендә ҙур конкурс иғлан ителде. Әлбиттә, форсаттан файҙа­ланып, беҙҙең университет та конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза бирҙе.

Улар ебәргән заявкалар “Төбәк һәм (йәки) тармаҡтағы лидерлыҡ” йүнәлешендә ал­дынғылыҡты бирмәне. Йыл да тапшырылған 100 миллион һумлыҡ төп грантҡа ҡушып, 2022 йылдың аҙағына белем усаҡтарының һәр береһе тағы ла 710 миллион һум аҡса аласаҡ. Еңеүселәрҙең икенсе төркөмөндәге Башҡортостан дәүләт медицина университетына – 426 миллион һум, ә Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт нефть техник университетына (икеһе лә өсөнсө төркөмдә) өҫтәмә 142-шәр миллион һум биреләсәк.

Шуны оноторға ярамай, университеттарҙы донъя стандарттарына яраҡлаштырыу програм­маһы Рәсәйҙә икенсе тапҡыр ҡабул ителде. 2010 йылдағы “5-100” програм­маһына республикабыҙҙан бер универ­ситеттың да инмәүен хәтерҙән сығармайыҡ.

– Әле күпме аҡса тураһында һүҙ бара? Уны ҡайҙа йүнәлтергә мөмкин?

– Ысынлап та, ҙур күләмдәге килем. Аҡсаны йәш тикшеренеү­селәргә ярҙам итеүгә йүнәлтергә мөмкин. Бынан тыш, юғары уҡыу йортона әйҙәүсе Рәсәй вуздарының арҙаҡлы ғалимдарын һәм халыҡ-ара кимәлдә танылған белгестәрҙе лә йәлеп итергә була. Улай ғына ла түгел, университет инфраструктураны һәм приборҙар базаһын яңырта, төрлө йүнәлештә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн коворкинг-үҙәк һәм заманса кабинеттар төҙөй ала.

“Өҫтөнлөклө-2030” програм­маһы Рәсәй университеттарының тупланмаһын тәьмин итеү өсөн ресурстарҙы бергә туплауға, юғары уҡыу йорттарының ғилми-белем потенциалын арттырыуға булыш­лыҡ итәсәк, шулай уҡ юғары мәғариф тәңгәлендәге белем ойошмаларына Рәсәй субъекттарының социаль-иҡтисади үҫешендә ҡатнашыуҙы тәьмин итәсәк.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Өҫтөнлөклө-2030” програм­маһы тураһында һөйләшеүҙә ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы...

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә “Өҫтөнлөклө-2030” стратегия академия лидерлыҡ программаһы нигеҙендә Мәғариф ойошмаларын үҫтереү программаһына булышлыҡ итеүсе Советтың кәңәшмәһендә ҡатнашты. Шул иғтибарға лайыҡ: программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғона ярашлы тормошҡа ашырыла.

“Өҫтөнлөклө-2030” про­грам­маһы буйынса республикабыҙ университеттарының һәм фәндең эшмәкәрлеген йәнләндереп ебә­рергә, ғөмүмән, юғары уҡыу йорт­тарының үҫеш программаһына өҫтәмә стимул булдырырға уйлай­быҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Был эште федераль статусҡа эйә булған донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәгенең зонт структураһына индерҙек”.

Ғилми-белем үҙәге платформаһы арҡаһында беҙ “Ростех” дәүләт корпо­рацияһы, “Интер РАО” холдингы, “Газпром” төркөмдәре кеүек индустриаль партнерҙар ярҙамында производствоға ғилми эшләнмәләр индереү мөмкинлеген алабыҙ. “Ҙур университет” һәм “Өҫтөнлөклө-2030” федераль программаһына таянып, эшҡыуарлыҡҡа, фәнгә һәм юғары мәктәпкә интеграция индермәй тороп, етерлек күләмдә белгестәр әҙерләй алмаясаҡбыҙ. Әле үк эшсе ресурстарҙың етмәүен тоябыҙ. Башҡортостан, нефть һәм газ төбәге булараҡ, йылдан-йыл нефть сығарыуға сығымдар арта, үҙ сиратында, яңы ғилми асыштар, һанлы платформалар кәрәк. Шуның өсөн дә федераль һәм республика ресурстары менән нығытылған көслө юғары уҡыу йортоноң бар­лыҡ­ҡа килеүе, әлбиттә, Башҡортос­танды үҫтереүгә этәргес буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякиндың быға ҡарата шәхси фекере бар. Александр Геннадьевич билдәләүенсә, бынан ары университеттар көндөҙгө бүлеккә студенттарҙы күпләп уҡырға алыуға һәм вуздың матди-техник базаһын яҡшыртыуға аҡса йүнәлтәсәк. Грант аҡсалары вуз-ара алмашыу процесын күтәреүгә, инглиз телен өйрәнеүҙе көсәйтеүгә, ғилми тикшеренеүҙәр алып барыуға булышлыҡ итәсәк.

– “Сәләмәт оҙон ғүмерлелек” проекты тураһында нимә әйтерһегеҙ?

– Университет гранттың махсус өлөшөндә “Сәләмәт оҙон ғүмер­лелек” проектын тәҡдим итте. Ул биогенетика һәм медицинаны персоналләштереүгә туранан-тура бәйле. Был тәңгәлдә тикшере­неүҙәр бик әүҙем бара, беҙҙә етди фәнни эштәр етерлек. Мәҫәлән, бөгөн коронавирус сирен биләүҙәге сабый ғына белмәй. Табип пациентҡа вирусҡа ҡаршы дарыу яҙа, ә унан алда сиргә дусар булыусыны һәр яҡлап тикшерергә кәрәк. Бәләкәй саҡта ниндәй ауырыуҙы үткәргән, әле ҡайһы еренең ауыртыуына зарлана һәм башҡалар. Әҙәм балаһының һәр береһе төрлөсә. Әйтәйек, кемдер шәкәр диабеты менән сирләй икән, ул мотлаҡ үҙенә тәғәйен дарыуҙарҙы ғына эсәсәк. Ҡыҫҡаһы, проект сирлене фундаменталь тикшереүгә ҡайтып ҡаласаҡ.

– Ул медицина университеты булмаһа ла, шул йүнәлештә эштәрҙе алып бара аламы?

– Башҡорт дәүләт университеты – классик белем усағы. Бында биология, химия, физика, математика кеүек ғилми мәктәптәр, инженерия йүнәлеше ныҡ алға киткән. Ошо “Сәләмәт оҙон ғүмерлелек” проекты персональ медицина алымдарын үҫтереүгә йүнәлтелгән дә инде. IT-генетика тәңгәлендә бакалавр һәм магистрҙар әҙерләнәсәк.

Шул уҡ ваҡытта грант ярҙа­мында биомәғлүмәт, IT-генетика, диагностика, сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм нәҫел ауырыуҙарын дауалауға бәйле йүнәлештәр асырға уйлайбыҙ. Башҡорт дәүләт университеты 2030 йылға тиклем донъя кимәлендәге Евразия геном үҙәген һәм персональ медицина клиникаһы төҙөргә уйлай. Шулай уҡ төрлө проекттар ҙа юғары уҡыу йортон территориаль йәһәттән үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, “евразия педагогия дизайны” тип аталған йүнәлеш буласаҡ. Унда университет уйын педагогы, тьютор, остаз кеүек педагогия буйынса яңы һөнәрҙәр әҙерләйәсәк.

– Николай Данилович, сту­дент­тарҙың һаны артасаҡмы?

– Бик урынлы һорау бирҙегеҙ. Бөгөн бөтә филиалдар менән бергә иҫәпләгәндә, университетта 27 мең тирәһе студент белем ала. Бынан ары беҙҙә студенттарҙың һаны 50 меңгә етер, тип күҙаллана.

Әйткәндәй, уникаль мәғариф про­граммаһы буйынса сит ил студенттарын уҡырға күпләп аласаҡбыҙ. Әле беҙҙә Ҡытайҙан, Африканан, Азия илдәренән ҡыҙ һәм егеттәр белем эстәй. Уларға өҫтәп Мысыр, Сәғүд Ғәрәбстаны, Әрмәнстан, Сүриә, Иран илдәренән һәм, әлбиттә, Рәсәй төбәктәренән, айырыуса Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Татарстандан йәштәрҙе уҡырға алырға уйлайбыҙ.

– Берләштереү факультет­тарҙың артыуына килтерерме?

– Быйыл беҙҙә фундаменталь факультеттың асылыуы көтөлә –  “сәләмәт оҙон ғүмерлелек” проекты нигеҙендә яңы форматтағы белгестәр әҙерләнәсәк. Нисек IT-технология йүнәлеше ситтә ҡалһын инде?! Был юҫыҡта ла уй-ниәттәр бихисап. Бынан тыш, тарих, философия, социология, политология йүнәлештәрендәге факультеттар ҙа үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта бер-береһен дә тулыландыралар. Рус филоло­гияһы, башҡорт филологияһы, роман-герман филологияһы тураһында ла шул уҡ фекерҙе әйтергә мөмкин. Тағы ла өр-яңы йүнәлештәр асырға теләк ҙур. Ҡытай, ғәрәп, төрөк телдәрен тә­рә­нерәк өйрәнеү – шуға асыҡ дәлил. Уҡытыусы-профессор составы мотлаҡ һаҡ­ланасаҡ, ҡыҫҡартыуҙарға юл ҡуйылмаясаҡ.

– Берәй үҙгәреш осоронда ус аяһындай мисәттән алып йорт ҙурлығы алтаҡта­ларға хәтлем барыһын да алмаштырыу мөһим. Был эштәр ҡасан тамамланасаҡ?

– Әлбиттә, барыһы тураһында ла хәстәрлек күрелә, бөтә уй-ниәттәр ҙә эҙмә-эҙлекле алып барыла. “Юл картаһы” төҙөлдө, 2022 йылға тиклем эштәрҙе тамамларға тип торабыҙ.

– Өсөнсө төркөмгә ингән универси­теттарҙы телгә алдығыҙ. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡушыу тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡыҙыу бәхәстәр ҙә булғы­ланы. Кем әйтмешләй, ҡайҙа бәхәс, шунда хәҡиҡәт...

– Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация-техник универси­тетының берҙәм коман­даһы Рәсәй Мәғариф һәм юғары белем биреү министрлығы комиссияһы ҡара­мағына уртаҡ үҫеш программаһын тәҡдим итте. Шул иғтибарға лайыҡ, кәңәшмәне Рәсәй мәғариф һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков алып барҙы. Команда составында, минән һәм Өфө дәүләт авиация-техник университеты ректоры Сергей Новиковтан тыш, Башҡорт дәүләт университеты проректоры Светлана Мостафина, Өфө дәүләт авиация техник университеты проректоры Евгений Парфенов, Башҡортостан Фәндәр ака­демияһы президенты вазифаһын башҡа­рыусы Камил Рамаҙанов, Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов ҡатнашты һәм йөкмәткеле сығыш яһаны. Минеңсә, Баш­ҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеты база­һында барлыҡҡа килгән белем усағы Баш­ҡортостанды ситтә танытыуҙа, уны донъя кимәленә сығарыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ.

– Донъя кимәлендә таны­ласаҡ уҡыу йортоноң исеме лә яңғырауыҡлы булырға тейеш. Яңы белем усағы нисек аталасаҡ?

– Яңы төҙөләсәк юғары уҡыу йорто ваҡытлыса Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университеты тип атала, ул әлегә “эш атамаһы”, эш мәлендә шундай исем ҡулланабыҙ. Кем белә, бәлки, исеме үҙгәреп тә ҡуйыр.

– Университеттарҙы ҡушыу нимәгә килтерәсәк?

– Берләшеү арҡаһында барлыҡҡа килгән яңы университет сеймал иҡтисады моде­ленән китеү һәм белем биреү иҡтисадының өр-яңы трендына күсеү мөмкинлеген бирәсәк. Биомедицина һәм генетика, яңы материалдар төҙөү, шул иҫәптән авиация-йыһан йүнәлеш­тәре – шуға асыҡ миҫал. Һүҙ ҙә юҡ, был юғары уҡыу йорто заманса педагогтарҙы һәм эшҡыуарҙарҙы әҙерләүгә йөҙ тота.

Тағы ла бер мөһим әйбер, күп профилле классик университет булдырыу – заман талабы. Ул – төбәктә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәген һәм Рәсәй Хөкүмә­тенең махсус ҡарары нигеҙендә Өфөлә сту­денттарҙың вуз-ара кампусын булдырыуҙың логик дауамы, тип аңларға кәрәк.

Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының модель маҡсаты – Евразиялағы һәм тармаҡтағы кимәлендә үҫеш юлына өлгәшеү. Берләштерелгән юғары уҡыу йортон төҙөү төбәктә көслө ғилми-белем үҙәген булдырыуға йөҙ тота.

– Николай Данилович, йөкмәткеле яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт!

 

- Әңгәмәне Илдар АҠЪЮЛОВ ойошторҙо.

Читайте нас