Белем һәм тәрбиә
28 Октябрь 2021, 10:00

Студенттарыбыҙҙың белем кимәле тикшерелде

Уртаса балл 48,82-не тәшкил итте, тимәк, студенттар 17 һорауға дөрөҫ яуап биргән. Ә былтыр Рәсәй буйынса уртаса балл 50 булған.

Студенттарыбыҙҙың белем кимәле тикшерелдеСтуденттарыбыҙҙың белем кимәле тикшерелде
Студенттарыбыҙҙың белем кимәле тикшерелде

Башҡортостанда студенттар араһында сентябрь-октябрь айҙарында үткән коррупцияға ҡаршы диктантҡа йомғаҡтар яһанылар. Акцияла БДУ, БДПУ һәм Өфө авиация техникумының юридик факультеттарында уҡыған 160 студент ҡатнашты. Сараны Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, БДУ-ның Хоҡуҡ институты һәм “Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант” ойошторҙо.

40 һорауға яуап бирер өсөн 30 минут ваҡыт бирелде, шул уҡ ваҡытта сарала ҡатнашыусыларға диктант яҙыу өсөн уртаса 20 минут та етте.

Студенттарҙың уртаса балы 48,82-не тәшкил итте, тимәк, студенттар 17 һорауға дөрөҫ яуап биргән. Сағыштырыу өсөн, былтыр Рәсәй буйынса уртаса балл 50 булған.

Шул уҡ ваҡытта ҡатнашыусыларҙың 11 проценты биш баллы шкала буйынса “бишле”гә тапшырған һәм бер генә студент максималь мөмкин булған балл йыйған. “Дүртле”не – 21 процент, “өслө”нө 48 процент кеше йыйған. Студенттарҙың 21 проценты диктантты яҙа алмаған һәм шартлы “икеле” алған.

Ҡатнашыусыларҙың күпселеге коррупцияға ҡаршы тороуҙың теоретик һорауҙарына дөрөҫ яуап бирә алған. Ә иң ҙур ауырлыҡты коррупцияға ҡаршы тороу маҡсатында билдәләнгән тыйыуҙар, бурыстар һәм сикләүҙәр тураһындағы һорауҙар тыуҙырған. Иң популяр хата булып, “коррупция башҡарма власть органдарында ғына бар” тигән яуап торған.

– Дөйөм алғанда, тест һөҙөмтәләре дөйөм Рәсәй мәғлүмәттәренә тура килә. Әммә ошоноң ише белем дефицитын асыҡлау беҙгә киләсәктә студенттарҙы был тармаҡта уҡытыу буйынса программаны үҙгәртеү мөмкинлеге бирә. Беҙ айырыуса проблемалы урындарҙы күрҙек һәм студенттарға был теманы аңларға ярҙам итәсәкбеҙ, – тине диктант һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина.

Шулай уҡ уның белдереүенсә, коррупцияға ҡаршы диктант даими рәүештә һәм киңәйтелгән форматта үтәсәк. Тест тапшырыуҙа республиканың бөтә вуздары һәм бөтә белгеслеге студенттары ҡатнаша аласаҡ.

Бынан тыш, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе был тәңгәлдә бер нисә ағартыу сараһы үткәрәсәк.

Фото: skk-it.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас