

Бөгөн балалар баҡсаларына сират байтаҡҡа кәмене. Шулай итеп, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “балалар баҡсаларында сиратты бөтөнләй юҡ итергә” тигән бойороғо уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Балалар баҡсаларына урындарҙы арттырыу – Башҡортостан етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Мәҫәлән, “Демография” милли проекты сиктәрендә Алексеевка ауылында “Бала саҡ иле” исемле өр-яңы балалар баҡсаһы асылды, белем усағы 220-нән ашыу баланы үҙенә һыйындырған. Уны ни бары бер йыл эсендә сафҡа индерҙеләр.
Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров билдәләүенсә, халыҡ артыуын иҫәпкә алып, киләсәктә лә балалар баҡсалары төҙөләсәк. Маҡсат – кескәйҙәр заманса белем усаҡтарында тәрбиәләнергә тейеш.
– Учреждение беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа ҡалҡып сыҡты, йортобоҙ уға яҡын урынлашҡас, барыһына ла шаһит булдыҡ, шул хәтлем тиҙ төҙөнөләр, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Светлана Сирбаева. – Дүрт күҙ менән көттөк, ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Улыбыҙ ошо баҡсаға йөрөй башланы ла инде. Өйөбөҙ эргәһендә генә булғас, ныҡ уңайлы.
Светлана Сирбаеваның улы Дамир “Ҡояшҡай” төркөмөндә шөғөлләнә. Унан тыш, бында тағы ла 20 бала йөрөй.
Елена Бәширова ике ҡыҙын да “Бала саҡ иле” балалар баҡсаһына биргән, тиҙҙән өсөнсө балаһын да ошонда йөрөтәсәк.
– Республика етәкселегенә рәхмәтебеҙ ҙур, ирем менән икебеҙҙең дә эш урыныбыҙ бар, – тип һөйләй ул. – Етмәһә, балаларыбыҙға бынамын тигән баҡсала урын булды. Мин – өйҙә, ирем эштә саҡта күңелебеҙ тыныс, сөнки улар – ышаныслы ҡулда.
“Бала саҡ иле” ҙур майҙанды биләй. Тыштағы спорт майҙансығы, ял урыны, эстәге тамашалар һәм гимнастика залы шуға асыҡ миҫал. Ғөмүмән, балалар баҡсаһы 220 урынға иҫәпләнгән, ә проект ҡеүәте 260 баланы һыйҙырыуға һәләтле. Ата-әсәләрҙең иғтибарына түбәндәге яңылыҡты еткерәбеҙ: бер йәш тулғас та, улығыҙҙы йәки ҡыҙығыҙҙы балалар баҡсаһына бирергә мөмкин.
“Бала саҡ иле” балалар баҡсаһы мөдире Оксана Вострикова билдәләүенсә, ата-әсәләр килеп, рәхмәт һүҙҙәрен әйтә икән, тимәк, күпмелер кимәлдә маҡсатҡа өлгәшкәндәр.
Шул иғтибарға лайыҡ, быйыл тотош Башҡортостан буйынса 23 балалар баҡсаһы асылды һәм үҙгәртеп ҡоролдо.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, республикабыҙҙа “Мәктәпкәсә йәштәге баланың сертификаты” тигән программа уңышлы эшләй. Ошо документ нигеҙендә ата-әсәләр балаларын шәхси балалар баҡсаһына бирә ала, үҙ сиратында, муниципаль хаҡты кире түләй йәки түләнгән суммалағы айырманы дәүләт шәхси эшҡыуарҙарға ҡайтара. Уның өсөн тейешле программа буйынса теркәү үтергә кәрәк.
- Илдар АҠЪЮЛОВ