

Республикабыҙҙың балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәренең даими асылыуына күнегеп бөттөк тә инде, ә инде милләттәштәребеҙ күпләп ғүмер кисергән Рәсәй төбәктәрендә бындай күренеш – һәммәбеҙ өсөн дә ҙур ҡыуаныс, хатта уны ҙур ваҡиға булараҡ ҡабул итәбеҙ.
Күптән түгел Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең Мәғариф һәм фән министрлыҡтары үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеү ойошторғайны, унда туған телдә уҡытыу мәсьәләһе лә ҡаралды.
Оло һөйөнөсөбөҙ менән уртаҡлашабыҙ – быйыл яңы уҡыу йылы алдынан Силәбе ҡалаһындағы 88-се һәм Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһындағы 99-сы балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн башҡорт төркөмдәре асылды.
– Быға хәтлем улыбыҙ йөрөгән балалар баҡсаһына һүҙ тейҙерерлек түгел, – тип һөйләй Вадимдың әсәһе Альбина Мәғсүмова. – Төркөм заманса матур итеп биҙәлгән, тәрбиәселәр һәр береһенә иғтибар бүлергә тырыша. Ә инде өйгә ҡайтҡас, ғәзизебеҙ менән ирем дә, мин дә башҡортса ғына аралашырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Барыбер ҙә балалар баҡсаһының да, урамдағы мөхиттең дә йоғонтоһо көслө булды. Хәҙер башҡорт төркөмө асылғас, хәлдәр бөтөнләй бүтәнсә. Улыбыҙ менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшәбеҙ.
Йәш әсә Әминә Ғабделйәнованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул ҡыҙының полиглот булыуын теләй. Шуны күҙ уңында тотоп, балаһын ҡалалағы “Тел үҙәге”нең инглиз түңәрәгенә йөрөтә.
– Венера башҡортса ла, русса ла яҡшы белә, сит телдәрҙе өйрәтеү – күптәнге ниәтебеҙ, – тине Әминә ханым. – Балалар баҡсаһында башҡортса уҡытыу алып барыласаҡ тигән хәбәрҙе ишетеү менән ҡыҙыбыҙҙы шунда бирҙек. Был аҙымды эшләп оттоҡ ҡына.
Әлбиттә, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы”н тормошҡа ашырыу сиктәрендә, башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу йәһәтенән, илебеҙҙең милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрендәге белем усаҡтарын ярҙамынан өҙмәй.
Мәҫәлән, 2019 йылдан алып Рәсәй төбәктәренә 25 меңдән ашыу дана уҡытыу-методик әҙәбиәт, эш дәфтәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса программа өлгөһө, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын йыһазландырыу-биҙәү йүнәлешендә кәрәк-яраҡ оҙатылған. Бынан тыш, илебеҙ төбәктәрендә эшләгән 53 уҡытыусы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” программаһы буйынса профессиональ әҙерлек курсы үткән, 82 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белемен камиллаштырған.
- Илдар АҠЪЮЛОВ
Силәбе өлкәһе.