

“Зубово Life” ҡасабаһында “Белем” тигән өр-яңы мәғариф үҙәге асылды. “Демография” милли проекты нигеҙендә бойомға ашырылған белем биреү учреждениеһы ҡыҫҡа арауыҡта федераль һәм төбәк аҡсаһы иҫәбенә төҙөлгән.
Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм балаларға изге теләктәрен еткерҙе.
– Зубов ауылындағы мәктәп барыбыҙ өсөн дә кәрәк, – тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе хәбәр итеүенсә, һәр бала заманса белем усағында белем һәм тәрбиә алырға тейеш. Белем биреү учреждениелары төҙөү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
“Жилой квартал” компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бындағы мәктәптең һәм балалар баҡсаһының асылыуын йөҙҙән ашыу ғаилә түҙемһеҙләнеп көткән. Мәктәп – 640, ә балалар баҡсаһы 160 урынға иҫәпләнгән.
Өфө районының Зубов ауылы йылдан-йыл етеҙ темпта үҫә. Халыҡ бында күпләп ағыла. Айырыуса йәштәр был урында ныҡлап нигеҙ ҡора. Ул Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы Берсианка йылғаһы янында урынлашыуы менән дә отошло. Етмәһә, ауыл Өфөнән әллә ни йыраҡ түгел. Күптәрҙең баш ҡалала эшләүен иҫәпкә алғанда, ныҡ уңайлы.
Йәмилә Искәндәрованың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар ошо балалар баҡсаһын күптән көткән.
– Балалар баҡсаһы беҙ йәшәгән йорттан йыраҡ түгел, – ти Йәмилә ханым. – Улыбыҙҙы һәм ҡыҙыбыҙҙы йәһәт кенә садикка индереп ҡалдырабыҙ ҙа ирем менән эшкә елдерәбеҙ. Икебеҙҙең дә эш урыны – Өфөлә. Зубов ауылында фатир һатып алғаныбыҙға шатланып бөтә алмайбыҙ. Ҡалалағы шау-шыуҙан ҡасырға теләп, Өфө янында йәшәйбеҙ.
Яхъя Ҡолдәүләтов фекеренсә, өр-яңы белем усағында тәрбиә алған бала һәр ваҡыт яңы идеялар менән янып йәшәй, ғүмер буйына яңылыҡҡа, яҡшы ғәмәлдәргә ынтыла.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән бында юлланып, тантаналарҙа ҡатнашыуы – беҙҙең өсөн оло мәртәбә, – ти әңгәмәсем. – Уның беҙгә ҡарата хөрмәт күрһәтеүе – ихтирам билдәһе ул. Ә инде балалар баҡсаһына килгәндә, һөйөнөсөбөҙ сикһеҙ. Ейәнем менән ике ейәнсәрем ифрат бәхетле. Улар көн дә шәп яңылыҡтар менән ҡайта, улай ғына ла түгел, беҙгә шатланып һөйләйҙәр. Ғәзиз кешеләрем гимнастика менән шөғөлләнгән, улар музыка кабинетында йыр серҙәренә төшөнгән. Ошо бәхет түгелме ни?!
- Илдар АҠЪЮЛОВ
Өфө районы.