Белем һәм тәрбиә
29 Октябрь 2021, 17:30

Оҫтаханалар колледждар үҫешенә булышлыҡ итә

Һуңғы өс йылда урта һөнәри белем биреү учреждениеларын ҡоролмалар менән тәьмин итеү йылдам бара.

Оҫтаханалар колледждар үҫешенә булышлыҡ итәОҫтаханалар колледждар үҫешенә булышлыҡ итә
Оҫтаханалар колледждар үҫешенә булышлыҡ итә

Өфө дәүләт авиация техник университетында урта һөнәри белем усаҡтарының оҫтаханалар селтәре асылды. Ул “Сәнәғәт һәм инженер технологиялары” йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.

Оҫтахананы асыуға “Мәғариф” милли проектының “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проектын тормошҡа ашырыу булышлыҡ итте.

"Һуңғы өс йылда урта һөнәри белем усаҡтарын ҡоролмалар менән тәьмин итеү йылдам бара, – тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Заманса оҫтаханалар асыу колледждарҙы үҫтереүгә ныҡлы этәргес бирә. Бынан тыш, беҙҙәге предприятиелар менән колледждарҙың тығыҙ хеҙмәттәшлеге арҡаһында сығарылыш уҡыусыларын эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителгән. Предприятиеларға кадрҙар әҙерләү яйға һалынған".

“ОДК-УМПО” йәмғиәтенең идарасы директоры Евгений Семивеличенконың һүҙҙәренә ҡарағанда, оҫтаханалар асыу – юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур аҙым.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53254 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас