Белем һәм тәрбиә
29 Октябрь 2021, 10:03

Өҫтәмә белем яңы мөмкинлектәр аса

Учалы тау сәнәғәте колледжы сайтынан.Учалы тау сәнәғәте колледжы сайтынан.
Фото:Учалы тау сәнәғәте колледжы сайтынан.

Рәсәй Президентының “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙа мәшғүллеккә ярҙам һәм хеҙмәт баҙарының һөҙөмтәлелеген күтәреү” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Федераль проект сиктәрендә Учалы тау сәнәғәте колледжы оҫтаханаларында “Ашнаҡсы һәм кондитер эше” компетенцияһы буйынса квалификацияны һәм һө­нәрҙе камиллаштырыу програм­маһын үҙ эсенә алған уҡыуҙар ойошторолдо.

Проект үҙ эшеңде асыу йәки эшкә урынлашыу өсөн өҫтәмә һөнә­ри белем алырға, һөнәр оҫталығын камиллаштырырға мөмкинлек бирә.

 

- Римма СОЛТАНОВА.

Читайте нас