

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Мәскәүҙә “Минең проект – минең илемә!” проекттары еңеүселәрен наградалау тантанаһы уҙғарылды. Унда беҙҙең республиканан “Мигранттар балалары өсөн белемде үҫтереүсе “Тәнәфес” адаптация мәктәбе” проекты ла еңеүсе тип табылды.
Был проектты Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ойошторҙо. Йыл һайын үткәрелгән социаль әһәмиәтле конкурстың маҡсаты – иң яҡшы ғәмәлдәрҙе асыҡлау һәм таратыу, авторҙарҙы конструктив гражданлыҡ әүҙемлегенә йәлеп итеү.
“Милләт-ара татыулыҡ. Йәмәғәтселек дипломатияһы” номинацияһында Башҡортостандан Азамат Таһировтың “Мигрант балалары өсөн белемде үҫтереүсе “Тәнәфес” адаптация мәктәбе” проекты еңеүсе тип билдәләнде.
“Беҙҙең проект Өфө биләмәһендә быйыл йәй тормошҡа ашырылды, – ти Азамат Вил улы. – Проект сиктәрендә 40-тан ашыу мигрант балалары һәм буласаҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләре мәктәпкә бушлай әҙерлек үтте. Улар барыһы ла Афғанстандан, Вьетнамдан, Үзбәкстандан, Тажикстандан һәм Сүриәнән килгән.
“Минең проект – минең илемә!” конкурсының 13 номинацияһының һәр береһендә эксперттарҙың иң күп тауышын еңгән өсәр проект билдәләнгән. Баһа биреүселәр ҡарамағына 2 158 эш бирелгән. Финалға ошо 13 номинация буйынса 39 проект үткән. Башҡортостандан социаль проект беренсе тапҡыр финалға үтте һәм конкурста еңеп сыҡты. Азамат Таһиров диплом һәм 200 мең һумлыҡ аҡсалата приз алды. Был сумманы команда башҡа социаль әһәмиәтле проекттарға тотонорға уйлай.
Фото: Рәсәй Йәмәғәт палатаһы сайтынан.