

Өфө дәүләт авиация техник университеты менән MSC Software компанияһы араһында стратегик хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ошоға ярашлы ӨДАТУ-ның материалдар ҡаршылығы кафедраһы нигеҙендә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Урал төбәгенең сәнәғәте өсөн компетенциялар үҙәге булдырыласаҡ.
- MSC Software компанияһы тарафынан бирелгән лицензиялар яңы йүнәлештәге белгестәр әҙерләү, сәнәғәттең юғары технологиялы тармаҡтарында ғилми тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн мөмкинлектәр асасаҡ, шулай уҡ төбәк сәнәғәтен үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк, - тине уҡыу йортоноң ректоры Сергей Новиков.
Яңы үҙәктә университет уҡытыусылары һәм студенттар белемен камиллаштырасаҡ. Улар MSC Software компьютер технологияларын ҡулланып, иҫәпләүҙәр алып барыуға, методик пособиелар эшләргә өйрәнәсәк, мәғрифәти һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барасаҡ. Шулай уҡ үҙәктә бөтә Урал төбәгенең авиадвигателдәр төҙөү, нефть-газ химияһы, торба һуҙыу кластеры һәм автомобиль сәнәғәте предприятиелары конструкторҙары һәм технологтары квалификацияһын күтәрә аласаҡ.
MSC компанияһы бындай стратегик йүнәлештәге мөнәсәбәттәрҙе уҡыу йортонда яңы программа продукттарын үҙләштереүгә һәм улар ярҙамында яңы технологияларҙы үҫтереүгә һәләтле команда булған осраҡта ғына булдыра.
- Өфө дәүләт авиация техник университетында беҙ тап шундай команданы күрҙек, - тип билдәләй MSC Software компанияһының Рәсәй һәм БДБ илдәрендә һатыуҙар буйынса директоры Юрий Мартыненко.
Белешмә өсөн:
Донъя кимәлендәге Евразия ғилми белем биреү үҙәге 2020 йылдың декабрендә конкурс һайлап алыуында еңеү яулап, артабанғы үҫеш өсөн федераль ярҙамға лайыҡ булды. Был үҙәккә Башҡортостандың алты юғары уҡыу йорто, Сколково фән һәм технологиялар институты, өс ғилми учреждение һәм иҡтисадтың аныҡ секторына ҡараған 20 ойошма инде.
MSC Software мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә программалау продукттары, системалар һәм хеҙмәттәр булдыра һәм тәьмин итә. Ул авиайыһан, автомобиль предприятиелары, электроника етештереүселәр, сәнәғәттең башҡа тармаҡтары, уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Улар араһында донъя кимәлендә билдәле BMW, DaimlerChrysler, Fiat, GM, Ford, Nissan, Toyota, Boeing, Airbus, Lockheed Martin, United Technologies, DuPont, Eastman Kodak, Motorola һәм башҡа компаниялар бар.
Фото: news.myseldon.com
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53356