Белем һәм тәрбиә
12 Ноябрь 2021, 06:43

Арҙаҡлы яҡташтарының данлы юлын дауам итеп...

Илдар АҠЪЮЛОВИлдар АҠЪЮЛОВ
Фото:Илдар АҠЪЮЛОВ

Стәрлебаш районы баш ҡалабыҙ Өфөнән йыраҡ түгел, 182 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҡында ғына, 57 километр арауыҡта, тимер юл станцияһы бар. Стәрлебаш, Айҙарәле һәм Түбәнге Ибрай райондағы иң боронғо ауылдар тип һанала. Тарихтан белеүебеҙсә, Стәрлебаш ауылы революцияға тиклем үк үҙенең билдәле мәҙрәсәһе менән дан тотҡан, унда белем эстәү мәртәбәле һаналған.

Был юлы Стәрлебаш яғына юл төш­кәндә, быға тиклем ишетеп бел­гән Барый Арыҫланғолов исе­мендәге Иҫке Ҡалҡаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе менән яҡын­даныраҡ танышырға булдыҡ. Әйткәндәй, Иҫке Ҡалҡаш ауылы район үҙәге Стәрлебаштан 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы Эльза Кинйәбулатова белем усағын күрһәтте. Күргәҙмәлә уҡыусы­ларҙың ҡул эштәре иғтибарҙы йәлеп итә. Алтын көҙ  буяуҙарына мансылған япраҡ-сәскәләрҙән һәм төрлө йәшелсәнән күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр эшләгәндәр, һүрәт төшөргәндәр.

Артабан класс бүлмәләре менән танышабыҙ. Балалар ҡайҙа ла балалар инде! Беҙҙе күргәс, бер аҙ һағайыбыраҡ, хатта шикләнеберәк күҙәтһәләр ҙә, үҙҙәрен тиҙ генә ҡулға алып, ғәҙәттәгесә, ихласлыҡ һәм ышаныс менән уҡытыу­сы­ларының һорауҙарына яуап бирә башланылар. Бигерәк тә I класҡа уҡырға килгәндәр белем тауҙарына нығыраҡ үрләргә, уҡытыусыла­ры­ның һорауҙарына кинәйәле яуап бирергә теләгәндәй тойолдо. “Ринат Йәнғолов һәм Елизавета Потапова уҡыуға шәп. Башҡалар ҙа белем алырға тырыша, – тип I класс уҡыусылары менән ихлас таныштырҙы өс тиҫтә йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән Роза Хәйбуллина. – Ата-әсәләр ҙә төрлө сараларҙан ситтә ҡалмай. Һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙырға әҙерҙәр”.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүл­мәһе иһә заманса, мультимедиалы проектор һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазлан­дырылған. Уҡытыу­сы Гөлнара Ҡотлошинаның бел­де­­реүенсә, быларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы дәү­ләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдә­рен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы ярҙамында мөмкин булған. Әйткәндәй, Гөлнара Мөнир ҡыҙы үҙе 2016 йылда башҡорт те­ле һәм әҙәбиәте буйынса республика бәйгеһендә көсөн һынап ҡараған.

Ә бына рус теле һәм әҙәбиә­тенән балаларҙы Надежда Гудкова уҡыта. Ул уҡыусыларының дистанцияла белем алған ваҡытта ла төрлө конкурстарҙа көс һынарға тырышыуы хаҡында белдерҙе. Мәҫәлән, былтыр VII класс уҡыусыһы Индира Һөйәрғолова, VIII класс уҡыусыһы Сабина Насирова уңыштарға өлгәшкән.

Ошо мәктәптә белем алған  балаларҙың киләсәктә үҙҙәренең арҙаҡлы яҡташтары – Бөйөк Ватан һуғы­шында ҡатнашҡан билдәле дәүләт эшмәкәре, 1973 – 1985 йылдарҙа КПСС район комите­тының беренсе секретары, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике “Почет Билдәһе” һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры Барый Арыҫланғолов, билдәле баянсы, Башҡорт АССР-ының атҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре, Волга буйы баянсыларының төбәк конкурсы дипломанты Фәнил Арыҫ­ланғолов, яҙыусы, Рәсәй Феде­рацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, “Юность” журна­лының Валентин Катаев исемен­дәге премияһы лауреаты Флүр Ғәлимов кеүек исеме танылыр, уларҙың данлы юлын дауам итер, тигән өмөт ҡалды күңелдә.

Айһылыу НИЗАМОВА.  

Читайте нас