Белем һәм тәрбиә
12 Ноябрь 2021, 06:46

Барыһы ла балалар баҡсаһынан башлана

Илдар АҠЪЮЛОВИлдар АҠЪЮЛОВ
Фото:Илдар АҠЪЮЛОВ

Бала саҡ – һәр кемдең тормошондағы иң ғәмһеҙ, бәхетле һәм күңелле саҡ. Ҡыҙын йәки улын балалар баҡсаһына ебәргән әсәй һәм атай бында барыһы ла яҡшы, уңайлы булыр, тип өмөт итә. Ошо ғәжәйеп матур саҡтың үҙен һаҡлаусы белем һәм тәрбиә усағы ул – балалар баҡсаһы. Ә унда эшләгән педагогтар бәләкәстәргә донъяны танып белергә өйрәтә, илебеҙ киләсәген тәрбиәләй.

Әлеге ваҡытта Стәрлебаш районында  мәктәпкә тиклемге 22 белем биреү ойошмаһы эшләй. Уларҙың етәүһе – юридик ойошма, 12-һе – филиал, өсәүһе дөйөм белем биреү мәктәбе эргәһендәге мәктәпкәсә йәштәге төркөм.

Мәктәпкәсә белем биреүҙең бала яҙмышында ҙур роль уйнауын бер кем инҡар итмәҫ, моғайын. Мәғарифтың был тармағының алға китеше иһә педагогия кадрҙарының һөнәри кимәленә туранан-тура бәйле. Был йәһәттән райондағы барлыҡ мәктәпкә тиклемге белем биреү ойошмалары кадрҙар менән тупланған. Өҫтәүенә, был өлкәлә эшләгәндәр йыл һайын үҙ камил­лығын, оҫталығын арттырырға тырыша, төрлө конкурстарҙа көсөн һынап ҡарай. Мәҫәлән, быйыл Бөтә Рәсәй “Йыл тәрбиәсеһе” конкур-с­ы­ның район этабында Стәрле­баштағы 2-се, 3-сө, 4-се, Первомай­ский һәм Айҙарәле ауыл­дарындағы балалар баҡсаларынан алты тәрбиәсе үҙ көсөн һынап ҡараған.

Тағы шуны билдәләргә кәрәк: 2019 йылдан алып Стәрлебаш ауылындағы мәктәпкәсә тиклем белем биреү ойошмалары өҫтәмә ясле төркөмдәрен ойоштороу буйынса проекттарҙа әүҙем ҡат­наш­ты. Шулай итеп, “Ҡатындар мәш­ғүл­легенә ярҙам итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын ойоштороу” төбәк проектына ярашлы, 4-се (“Аҡбуҙат”) балалар баҡсаһын­да былтыр ғинуарҙан 15 урынға иҫәпләнгән ясле төркөмө эшләй башланы. Ошо уҡ проект нигеҙендә былтыр декабрҙә Стәр­лебаш ауы­лындағы 1-се балалар баҡсаһында ясле төркөмө бәләкәстәрҙе ҡабул итте.

Райондағы балалар баҡсалары төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Айҙарәле ауы­лындағы балалар баҡсаһы Баш­ҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар биреү конкурсында еңде. Быйыл Стәрлебаш ауылындағы 2-се балалар баҡсаһы Стәрлебаш районы Хәйриә фонды менән берлектә Рәсәй Федерацияһы Прези­ден­тының гражданлыҡ йәмғиәте үҫешенә гранттарҙы биреү буйынса беренсе конкурста еңеү яуланы. Был конкурсҡа тәҡдим ителгән проект мәктәпкә тиклемге һәм 10 йәш­лек балаларҙың “Робот техни­каһы” үҫеш үҙәге аша ғилми-техник үҫе­ше­нә булышлыҡ итеүҙе күҙаллай.

Беҙгә Стәрлебаш ауылындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында булыу бәхете тейҙе. Тәү күреүҙән үк уның ихатаһы матурлығы, бөхтә­леге менән йәлеп итә. Әйткәндәй, бина Стәрлебаш ауылының Йәш­тәр биҫтәһендә урынлашҡан. Ойошма етәксеһе Илүзә Мөхәмәт­йәрованың белдереүенсә, бында барлығы 14 педагог эшләй. Ете төркөмгә йөрөгән балалар өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса махсус кабинет бул­дырылған. Ундағы барлыҡ йыһаз­, “Берҙәм Рәсәй” партия­һының “Реаль эштәр” програм­ма­һына ярашлы, Рәсәй Дәүләт Дума­һы депутаты Зариф Байғусҡаров булышлығында барлыҡҡа килгән.

Шулай итеп, бында һәммәһе өсөн йәмле күренеш булған бала-сағаның сыр-сыу уйнауы өсөн барыһы ла күҙ уңында тотолоп эшләнгән. Әйткәндәй, 2020 йылда балалар баҡсаһының эргәһендә генә ғаилә менән ял итеү һәм  спорт менән шөғөлләнеү өсөн өр-яңы “Йәштәр паркы” төҙөлгән.

Балалар баҡсаһында шулай уҡ “Тирмә” музейын ойошторғандар: кескәйҙәрҙе халыҡ оҫталарының эштәре менән таныштыралар. Шулай итеп, “Аҡбуҙат” балалар баҡса­һында аң-кимәле үҫешкән, туған те­лен яҡшы белгән, рухлы шәхес­тәр тәрбиәләүгә күп көс түгелә. Өҫтәүенә, ошо маҡсаттарҙы тор­мошҡа ашырырға М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Остаз” проекты ла булышлыҡ итә. Уға ярашлы, мәк­тәпкәсә ойошма тәр­биә­селәре, диалект үҙен­сәлек­тә­ренә нигеҙ­лә­неп, туған тел нескә­лектәрен өйрә­нә. Әйткәндәй, был проект Стәр­лебаш районында баш­ланғайны. “Остаз” проекты сик­тә­рен­дә һанлы технология­ларҙы үҙ­ләштереү алымдарына өйрәнеп була.

 Күптән түгел Стәрлебаш район мәҙәниәт йортонда ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” янындағы һөй­ләшеүҙә был проекттың тормошҡа ашырылыуы хаҡында һүҙ барҙы. Сараны “Остаз” мәктәпкәсә мәға­риф ойошмаһы тәрбиәсеһе педагогик оҫтаханаһы” проектының ра­йон буйынса координаторы, Стәр­лебаш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Флүр Шаһисолтанов һәм оҫтахана етәксеһе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы  Л.М. Хөсәйенова алып барҙы. Унда Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов ҡатнашты. Стәрлебаш ауылындағы 3-сө мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы етәксеһе З.Ш. Сәфәр­ғәлиева, 4-се мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы етәксеһе И.Т. Мөхәмәтйәрова үҙҙәренең сығы­шында район тәрбиәселәренең “Остаз” проектында ҡатнашыуының мөһимлеген, ошо эшкә ярашлы ниндәй аныҡ ярҙам күрһәтел­гәнлеге хаҡында һөйләне.

Әйткәндәй, заманса балалар баҡсаһы – ул асыҡ белем биреү системаһы. Мәктәпкәсә ойошмала кескәйҙәр уйын форматында ойошторолған тәрбиәүи сараларҙа ҡатнашырға, аралашырға һәм эш итеү тәрбиәһенә өйрәнеп үҫә. Өҫтәүенә, тап балалар баҡсаһында туған телгә, Тыуған илгә ҡарата  һөйөү уятыла.  Тап ошонан сығып эш итәләр Стәрлебаш районының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында.

Айһылыу НИЗАМОВА.  

Читайте нас