Белем һәм тәрбиә
12 Ноябрь 2021, 12:15

“Остаз” педагогик оҫтаханаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Быйылғы йыл дауамында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәселәренең “Остаз” педагогик оҫтаханаһы проекты буйынса уҡыуҙар ойошторолдо. Бөгөн, 12 ноябрҙә, ошо ҙур эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды.   

“Остаз” педагогик оҫтаханаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды“Остаз” педагогик оҫтаханаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды
“Остаз” педагогик оҫтаханаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Был башланғыс Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылды. Уның маҡсаты – төбәктәге балалар баҡсалары тәрбиәселәренең башҡорт телендәге эшмәкәрлеген диалекттар үҙенсәлеген иҫәпкә алып, ғилми-педагогик йәһәттән ойоштороуға булышлыҡ итеү.

Белеүебеҙсә, башҡорт телен балалар баҡсаларында уҡ өйрәнә башлау зарурлығын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың сентябрендә Ғафури районында үткән Башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумындағы сығышы ваҡытында белдергәйне. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында балалар баҡсалары тәрбиәселәрен “Остаз” педагогик оҫтаханаһы проекты буйынса уҡытыу – ошо йүнәлештәге башланғыстарҙың иң ҙурыһы һәм әһәмиәтлеһе.

Быйылғы йылдың апреленән “Остаз” оҫтаханаһында Стәрлебаш, Әбйәлил һәм Борай райондарынан 200-ҙән ашыу тәрбиәсе квалификацияһын күтәргән. Улар башҡорт теленең өс диалекты вәкилдәре булараҡ эш алып барған.

123 тәрбиәсе “ФГОС шарттарында мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында белем биреү һәм тәрбиә эшмәкәрлеген башҡорт телендә ойоштороу” программаһы буйынса курс үткән. Был эште М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультеты “Үҫеш векторы” институты менән берлектә ойошторған.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында балалар баҡсаларында башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм фольклорын өйрәнеү буйынса сценарийҙарға һәм эшләнмәләргә республика конкурсы үткәрелгән. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 200 самаһы тәрбиәсе ҡатнашҡан.

Стәрлебаш, Әбйәлил һәм Борай райондарынан 35 тәрбиәсе башҡорт филологияһы факультеты һәм Аҡмулла университетының Педагогика институты белгестәре етәкселегендә “Башҡорт телен белгән мәктәпкәсә белем биреү педагогы” һөнәри курсын үтеп, яңы эшмәкәрлек йүнәлешен үҙләштергән.

Бөгөн, 12 ноябрҙә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән сара барышында проекттың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, унда ҡатнашҡан тәрбиәселәргә дипломдар тапшырылды. Унда БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов, төбәк Хөкүмәте Аппаратының социаль сәйәсәт департаменты директоры Зөлфиә Ғәрифуллина, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры урынбаҫары Роман Низаметдинов һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар “Остаз”да ойошторолған уҡыу барышында балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү буйынса әҙерләнгән “Минең донъям” лэпбугы (3-4 йәшлектәр өсөн), “Тыуған төйәгем” пособиеһы (5-6 йәшлек балалар өсөн)  менән яҡындан танышты. Проектта ҡактнашҡан тәрбиәселәр был методик ҡулланмаларҙың авторҙашы булараҡ сығыш яһаған.

 - Быға тиклем хәл-торош шулайыраҡ булды: мәктәптәр өсөн бай уҡыу-методик материалдар булдырылды, ә балалар баҡсалары ситтә ҡала килде. Был туған телде һаҡлау һәм үҫтереү эшенә лә ҡамасаулыҡ яһаны. Ә инде диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән материалдар бөтөнләй булманы. Ундай ҡулланмаларҙың барлыҡҡа килеүе – ҡыуаныслы хәл. Балаларҙа кесе йәштән туған теленә һөйөү тәрбиәләү бик мөһим бурыс, - тип билдәләне мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы.

Сарала ҡатнашыусылар мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәселәренең “Остаз” педагогик оҫтаханаһы проектының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, был эштең дауамлы булыуын теләне.

Фото: “Остаз” педагогик оҫтаханаһының "Бәйләнештә"ге төркөмө. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас