

12 ноябрҙә Өфөнөң Дим районындағы 162-се күп профилле полилингваль “СМАРТ” мәктәбендә "Башҡортостан Республикаһының полилингваль һәм милли мәктәптәренең үҫеш стратегияһы” темаһы буйынса форсайт-сессия үтте.
Сарала “СМАРТ” мәктәбе коллективы менән берлектә Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусылары ҡатнашты.
Эш процесында белем биреү системаһының үҫеше нигеҙендәге төп трендтар билдәләнде, 2030 йылға тиклем полилингваль һәм милли мәктәптәрҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлектең оптималь алгоритмы төҙөлдө.
Сарала киләсәктә мәғариф системаһы ниндәй үҙгәрештәр кисерер, уҡыусы һәм уҡытыусы ниндәй булыр, дәрес форматы нисек ойошторолор кеүек ҡыҙыҡлы һорауҙар күтәрелде. Төркөмдәрҙә эшләгән педагогтар “Уҡыусы-2030”, “Трендтар”, ”Уҡытыусының эш көнө һәм дәрес форматы”, “Киләсәк” буйынса проекттар тәҡдим итте.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.