Белем һәм тәрбиә
14 Ноябрь 2021, 08:30

Алексей Санин ҡайһы уҡыу йортон һайлар?

Радий Хәбиров: "Ул Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһенә инеү мөмкинлегенә эйә. Уңыштар! Республика ғорурлана!"

Алексей Санин ҡайһы уҡыу йортон һайлар?Алексей Санин ҡайһы уҡыу йортон һайлар?
Алексей Санин ҡайһы уҡыу йортон һайлар?

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә алып барған "Башҡортостандың һоҡланғыс кешеләре тормошо" рубрикаһында йәш еңеүсе тураһында яҙҙы.  

"Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағындағы Алексей Санин исемендәге 83-сө инженер лицейының 11-се класы уҡыусыһы тураһында һөйләмәксемен.

Был аҡыллы, талантлы егет Үзбәкстанда үткән Әхмәт әл-Фирғәни исемендәге халыҡ-ара физика олимпиадаһында алтын миҙал яуланы. Ул беҙҙең мәғариф системаһының һәм ғилми мәктәптәрҙең элеккесә донъяла алдынғылыҡты биләүен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Алдынғы ҡарашлы йәш аҡыл эйәләре ярышында 19 илдән 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты, сара бер үк ваҡытта онлайн һәм офлайн форматта үтте. Мәсьәләләр ҡатмарлы булды, әммә Алексей уларҙы уңышлы үтәп, республикабыҙға еңеү килтерҙе!

Физика буйынса олимпиадаларҙа Алексей туғыҙынсы кластан ҡатнаша. 83-сө инженер лицейы командаһы капитаны булараҡ, Екатеринбургта йәш физиктарҙың Урал төбәк-ара турнирында сығыш яһай башлай, унда Өфө командаһы юғары призға лайыҡ була.

Бер үк ваҡытта өс фән — физика, математика һәм иҡтисад буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы финалисы ул. Һөҙөмтәлә физиканан Рәсәй йыйылма командаһына һайлауға саҡырыу ала. Ә хәҙер – халыҡ-ара кимәлдәге яңы ҡаҙаныш!

83-сө инженер лицейының физика уҡытыусыһы, физика-математика фәндәре кандидаты Артем Львович Сухоносовтың Алексейҙың еңеүенә ҙур өлөш индергәнен билдәләргә кәрәк.

Тиҙҙән Алексей Санинды ҙур һынау көтә — уҡыуын дауам итеү урынын һайларға кәрәк буласаҡ. Ул Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһенә инеү һәм донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғрифәт үҙәге проекттарында әүҙем ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

Уңыштар! Һәм тағы ла бер тапҡыр еңеү менән! Республика ғорурлана!" - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас