Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Ноябрь 2021, 19:00

Абруйы йылдан-йыл арта

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы 75 йыллыҡ тарихында нефть, газ, энергетика һәм башҡа тармаҡтар өсөн 53 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған.

Абруйы йылдан-йыл арта

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 75 йыллығы айҡанлы тантана уҙҙы. 

Белеүебеҙсә, ул бай тарихлы ике уҡыу йортоноң – Өфө энергетика колледжының һәм Өфө нефть техникумының данлы традицияларын дауам итә һәм республикала урта һөнәри белем биреү өлкәһендә иң ҙур усаҡтарҙың береһе һанала. Баймаҡ менән Ағиҙел ҡалаларында уҡыу йортоноң филиалдары уңышлы эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә колледж илебеҙҙең, республикабыҙҙың нефть, газ, энергетика һәм башҡа тармаҡтары өсөн 53 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған.

Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, колледждың хөрмәтле ветерандары, уҡытыусылар, кисәге һәм бөгөнгө студенттар ҡатнашты.

- Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы хаҡлы рәүештә республиканың иң алдынғы урта һөнәри уҡыу йорттарының береһе һанала. Уны хатта “бәләкәй вуз” тип тә атайҙар. Студенттар һаны буйынса ла шулай тип әйтергә була. Яғыулыҡ-энергетика һәм нефть-газ сәнәғәте буйынса социаль партнерҙарҙың юғары баһаһы, студенттарҙың, уҡытыусыларҙың абруйлы конкурстарҙа еңеүҙәр яулауы ла ошо хаҡта һөйләй. Йылдың-йылы тап ошо колледжда белем алырға теләгән йәштәр арта бара, сөнки улар бында эйә булған һөнәрҙәрҙең лайыҡлы эш урыны табырға һәм яҡшы хеҙмәт хаҡы алырға мөмкинлектәр асыуын яҡшы белә. Һеҙҙең студенттарығыҙ республиканың, илдең хеҙмәт йылъяҙмаһына, иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарына лайыҡлы өлөшөн индерҙе һәм индерә, - тип билдәләне сығышында Азат Шамил улы. Ул шулай уҡ республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың да тап ошо уҡыу йортонда белем алғанын айырып әйтеп үтте.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов колледждың бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары наградалар, уҡыу алдынғыһы булып танылған студенттарға Башҡортостан Башлығының стипендияһы тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы. Байрам барышында хөрмәтле ветерандар, колледж үҫешенә тос өлөш индергән элекке директорҙар, бөгөнгө көндә фиҙакәр хеҙмәт иткән уҡытыусылар тураһында бихисап йылы һүҙҙәр, изге теләктәр әйтелде.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова