Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Ноябрь 2021, 16:30

Башҡортостан тәүге 20 иҫәбендә

Еңеүселәр берәр миллион һум аҡса аласаҡ. 

Башҡортостан тәүге 20 иҫәбендә

Илдең бөтә федераль округтарында ла “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының Бөтә Рәсәй “Һинең Йөрөш” конкурсы ярымфиналы тамамланды. Дөйөм алғанда? бәйгелә 10 мең студент ҡатнашты. Конкурстың финалына илдең 76 төбәгенән мең кеше сыҡҡан. Уларҙың 13-ө – Башҡортостандан. 27 ноябрҙән 29 ноябргә тиклем улар Сочи ҡалаһында үтәсәк финалда ҡатнаша һәм “Һинең Йөрөш”төң төп наградаларына дәғүә итәсәк.  

Бәйгенең ярымфиналдары илдең бөтә федераль округтарында ла үтте. Уларҙы Томск, Калининград, Ростов, Белгород, Силәбе өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ставрополь, Хабаровск һәм Приморье крайҙары ҡабул итте.

– Бөгөн студенттар араһында үҙ урыныңды табыу, мөмкинлектәрен асыу, үҫеш траекторияһын төҙөү һәм һөнәри өҫтөнлөктәрен асыҡлауға ихтыяж ҙур. “Һинең Йөрөш” йәштәрҙең барлыҡ шәхси саҡырыуҙарына яуап бирергә тырыша, даими рәүештә бының өсөн үҙенең программаһын үҙгәртеп тора. Бында алған белем һәм мөмкинлектәр уларға киләсәктә бик кәрәк буласаҡ, – тине Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Ксения Разуваева.

Ярымфиналда студенттар эшлекле уйындарҙа ҡатнашҡан. Тәүҙә белгестәр ярҙамында коллективта башҡарыуы өҫтөнлөклөрәк булған ролдәрҙе билдәләгәндәр, аҙаҡ алдарына ҡуйылған бурыстарҙы төркөмдәрҙә хәл иткәндәр. Уларҙың эше артынан фасилитаторҙар күҙәткән - психологтар, инструкторҙар, белем биреү буйынса тренерҙар. Улар студенттарҙың үҙҙәрен төркөмдә нисек тотоуын, һығылмалылығын һәм яңы мәғлүмәткә асыҡлығын баһалаған. Һәр ҡатнашыусыға балдар ҡуйылған, уның йомғаҡтары буйынса дөйөм рейтинг төҙөлгән. Иң ҙур балдар йыйған тәүге мең кеше финалға юллама алған. Үҙҙәренең һөҙөмтәләрен конкурсанттар твойход.онлайн платформаһында ҡарап белә ала.

– “Һинең Йөрөш” – беҙ өйрәнгән предмет олимпиадаһы түгел, ә йәштәргә ҙур тормошта кәрәк булған оҫталыҡтарҙы үҫтереү конкурсы. Был һөнәре буйынса иң яҡшы белгесте билдәләү түгел, ә тормош позицияһын баһалау, студенттарҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын асыҡлау, уларҙың үҙ университеттарында социаль әүҙемлеген тикшереү. Төрлө тармаҡтарҙа яңы һәләттәр эҙләү, әүҙем һәм битараф булмаған йәштәр өсөн экосистема, – тине “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы генераль директоры урынбаҫары Антон Сериков.

Финалға Сочиға илдең 76 төбәгенән йәштәр йүнәләсәк. Башҡортостан данын Башҡорт дәүләт университеты һәм уның Сибай институты филиалы, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм уның Салауаттағы филиалы студенттары яҡлаясаҡ.

Финал Сочи ҡалаһындағы “Сириус” фән һәм сәнғәт паркында үтәсәк. Уның һөҙөмтәһе буйынса 200 еңеүсе аталасаҡ. Улар берешәр миллион һум кимәлендә премия аласаҡ. Был аҡсаны уҡыуға, стартапҡа башланғыс биреүгә йәки торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонорға мөмкин.

Конкурста әүҙем ҡатнашҡан йәштәрҙең күбеһе Рәсәйҙең ҙур компанияларына стажировкаға саҡырыласаҡ - “Норильский никель”, “Росатом”, “Рәсәй тимер юлдары”.

“Һинең Йөрөш” Бөтә Рәсәй студенттар конкурсы илдә беренсе тапҡыр үтә. Уны “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһы, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм илдең Фән һәм юғары белем министрлығы ҡарамағындағы Студенттар клубтарының милли лигаһы ойоштора. Конкурста ҡатнашыу өсөн 560 мең студент ғариза ебәргән.

 

Автор:Альфия Мингалиева