Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Ноябрь 2021, 21:15

Күңелегеҙҙәге осҡон һүнмәһен!

Бөгөн - Халыҡ-ара студенттар көнө.

Күңелегеҙҙәге осҡон һүнмәһен!
Күңелегеҙҙәге осҡон һүнмәһен!

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында белем алған, уҡыу йортоноң тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, республика, Рәсәй буйынса төрлө фәнни-ғәмәли, предмет олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яулаған, спорт буйынса призер, чемпион исемдәренә лайыҡ булған, Республика Башлығы премияһы лауреаттары – Лилиә Ҡолдәүләтова, Даян Ишморатов, Камила Баймырҙина һәм Тимур Агишевтар – уҡыу йортоноң иң алдынғы һәм әүҙем студенттары. Улар ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, белем усағында үткән һәр сарала ихлас ҡатнаша.

Әбйәлил районының Асҡар ауылы һылыуы Лилиә Ҡолдәүләтова - педагогия факультетының 5-се курс студенты. Республика Башлығы стипендианты ла. Тырыш ҡыҙ бер юлы юрист һөнәрен дә үҙләштерә, “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетында ситтән тороп белем ала. Волейбол уйнарға ярата, уҡыу йортоноң “Сармат” халыҡ бейеүҙәр ансамбленә йөрөй. Матурлыҡҡа ғашиҡ Лилиә быйыл “Сибай һылыуҡайы-2021” гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашып, II урын яулаған.

Уңың яҡташы Тимур Агишев - технология факультетынының III курсында уҡый. Сиҙәм ауылы егете бәләкәйҙән спортты үҙ итә, бокс буйынса район, төбәк-ара һәм республика призеры, чемпионы.

Бөрйән егете Даян Ишморатов бала саҡтан теүәл фәндәрҙе ярата. Ул “Ғәмәли математика һәм информатика” бүлегендә белем ала, III курс студенты.Ҡазан ҡалаһының “Иннополис университет”ына барлыҡ тестарҙы уңышлы тапшырып, шунда практика үтеү бәхетенә өлгәшкән берҙән-бер студент.

Камила Баймырҙина – Баймаҡ ҡыҙы. “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетында белем ала, II курс студенты. Камила уҡыу йортоноң “Студент яҙы, “Шаяндар һәм тапҡырҙар”, “Тәүге тапҡыр сәхнәлә...” кеүек сараларҙың уртаһында ҡайнай, уҡыу йортоноң студент клубы директоры ла.

Йәш һәм маҡсатлы студенттарҙы Халыҡ-ара студенттар көнө менән ҡотлайбыҙ! Студент тормошоноң һәр көнө күңелдәрегеҙҙә осҡон ҡабыҙһын, матур хәтирәләр ҡалдырһын!

Автор фотоһы.

Күңелегеҙҙәге осҡон һүнмәһен!
Күңелегеҙҙәге осҡон һүнмәһен!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: