Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Ноябрь 2021, 10:56

“Мәхмүтов уҡыуҙары” уҙҙы

bagsurb.ru
Фото:bagsurb.ru

 Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһында үткәрелгән “Төбәктең стратегик үҫеше: проблемалар, механизмдар, шарттар” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ( I Мәхмүтов уҡыуҙары) Өфө, Мәскәү һәм башҡа ҡалалар ғалимдарының, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь иҡтисадсыларының эшлекле осрашыуына әйләнде. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, был мөмкинлекте артабан иҡтисад ғалимдарының фекер алышыу майҙансығына әйләндереү маҡсатҡа ярашлы булыр ине.

Конференцияның “Мәхмүтов уҡыуҙары” тип аталыуы юҡҡа түгел: күренекле ғалим, ғилми хеҙмәттәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәле булған Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтов республика иҡтисадсыларының ғилми мәктәбен булдырған, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Баш­ҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акаде­мияһын әүҙем ойоштороусыларҙың береһе һәм 1991 – 1998 йылдарҙа уның тәүге ректоры булып та эшләгән.

 Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан президент­тары ҡарамағындағы дәүләт идараһы академиялары ойошторған сараны асып, ғалимдарҙы Баш­ҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе  Александр Сидякин, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисад фәндәре докторы Азамат Тажетдинов һәм башҡалар тәбрикләне.

Конференцияла түбәндәге темалар буйынса ғилми докладтар менән сығыш яһанылар: территориаль үҫештең стратегик өҫтөнлөктәре; “Һан­лы төбәк”: мөмкинлектәр һәм талаптар, Баш­ҡорт­остан Республикаһында социаль-иҡтисади системаларға идара итеүҙәге алымдар, моделдәр һәм технологиялар; Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеү үҙенсәлектәре, Башҡортостандың социаль-мәҙәни үҫеше; төбәктәрҙең стратегик үҫешенең сәйәси һәм социаль-мәҙәни аспекттары.

Сараның пленар ултырышында Азамат Тажет­диновтың  “Төбәкте үҫтереү шарты булараҡ, мах­сус иҡтисади зоналар”, Рәсәй дәүләт аграр университетының кафедра мөдире Рәфҡәт Ғайсиндың “Хәҙерге шарттарҙа аҙыҡ-түлек хә­үефһеҙлеге”, Башҡортостандың Стратегик тикше­ренеүҙәр институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы Александр Дегтяревтың “Институттарҙың төбәктең стратегик матрицаһы үҫеше булараҡ конверсияһы”  тигән докладтары, шулай уҡ Әнүәр Мәхмүтовтың атаһы Әнәс Хөсәйен улы  тураһындағы иҫтәлектәре һәм башҡа сығыштар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Артабан конференция “Биләмәләрҙе үҫте­реүҙең стратегияһы”, “Социаль-иҡтисади үҫештә һан­лаштырыу һәм белем биреү” тигән сек­цияларға бүленеп эшләне. Ҡатнашыусыларҙың күпселеге, шулай уҡ сит илдәр вәкилдәре “zoom” системаһы биргән мөмкинлектән файҙаланды.

 

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: