Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Ноябрь 2021, 09:57

Абруйы йылдан-йыл арта

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына – 75 йыл.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Өфө яғыу­лыҡ-энергетика колледжы­ның барлыҡҡа килеүенә 75 йыл тулыу айҡанлы тантана уҙҙы. Белеүебеҙсә, ул бөгөн бай тарихлы ике уҡыу йортоноң – Өфө энергетика колледжының һәм Өфө нефть технику­мы­ның данлы традицияларын дауам итә һәм урта һөнәри белем биреү өлкә­һендә иң ҙур усаҡтарҙың береһе һанала. Баймаҡ һәм Ағиҙел ҡала­ларында уҡыу йортоноң филиалдары уңышлы эш­ләп килә. Ошо ваҡыт эсен­дә ул иле­беҙ һәм респуб­ли­кабыҙ­ҙың нефть, газ, энер­гетика һәм башҡа тармаҡтары өсөн 53 мең­дән ашыу белгес әҙерләп сығарған.

Тантаналы сарала Баш­ҡорт­остан Республикаһы Хө­күмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин,  сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев, Өфө ҡала хаки­миәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һәм баш­ҡа абруйлы ҡунаҡтар, кол­ледждың хөрмәтле ветерандары, уҡытыусылар, кисәге һәм бөгөнгө студенттар ҡатнашты.

–  Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы хаҡлы рәүештә республиканың иң алдынғы урта һөнәри уҡыу йортта­рының береһе һанала. Уны хатта “бәләкәй вуз” тип тә атайҙар. Студенттар һаны буйынса ла шулай тип әйтергә була, шулай уҡ яғыулыҡ-энергетика һәм нефть-газ сәнәғәте буйынса социаль партнер­ҙар­ҙың юғары баһаһы, студент­тарҙың һәм уҡытыусыларҙың абруйлы конкурстарҙа еңеүҙәр яулауы ла ошо хаҡта һөйләй. Йылдың-йылы тап ошо колледжда белем алырға теләгән йәштәрҙең һаны ла арта бара, сөнки улар бында эйә бу­лынған һөнәрҙәрҙең лайыҡлы эш урыны табырға һәм хеҙмәт хаҡы алырға мөмкинлектәр асыуын яҡшы белә. Һеҙҙең студенттарығыҙ республи­каның һәм илдең хеҙмәт йылъяҙмаһына, иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарына үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерҙе һәм индерә, –  тип билдәләне сығышында Азат Шамил улы. Ул шулай уҡ республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың да тап ошо уҡыу йортонда белем алыуын айырып әйтеп үтте.

Премьер-министр урынба­ҫары Азат Бадранов, респуб­ликаның мәғариф һәм фән министры урынба­ҫары Илдар Мәүлетбирҙин  колледждың бер төркөм хеҙ­мәт алдынғы­ларына юғары наградалар, уҡыу алдынғыһы булып та­нылған студенттарға Баш­ҡортостан Башлығының сти­пендияһы тураһында та­ныҡ­лыҡ тапшырҙы. Ғөмү­мән, байрам барышында хөрмәтле ветерандар, колледж үҫешенә тос өлөш индергән элекке директорҙар, бөгөн фиҙакәр хеҙмәт иткән уҡы­тыусылар тураһында бихисап йылы һүҙҙәр, изге теләктәр әйтелде.

Роза Наил ҡыҙы АСЛАЕВА, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры:

– Уҡыу йортобоҙҙоң төп йүнәлеше – республиканың һәм илдең яғыулыҡ-энергетика сәнәғәте өсөн белгес­тәр әҙерләү. Һуңғы йыл­дарҙа урта һөнәри белем биреүгә иғтибар арта бара. Беҙҙең төп бурыс – хеҙмәт баҙары ихтыяждарына ярашлы үҫешеү. Студент­тарҙың “WorldSkills Russia” хәрәкәтендә ҡатнашыуына ҙур иғтибар бүләбеҙ. Мәҫәлән, быйыл IX “Йәш һөнәрмәндәр” Милли чемпионатында колледжыбыҙ алтын һәм бронза, шулай уҡ һөнәри оҫталыҡ өсөн миҙалдар яуланы.

Белеүегеҙсә, колледжыбыҙ республиканың һөнәри белем усаҡтары араһында иң ҙурҙан һанала. Бөгөн беҙҙәге көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 4800 самаһы студент белем ала. Уҡыу йортоноң төп эшмәкәрлеген билдәләгән специальностарға, мәҫәлән, нефть һәм газ эшкәртеү, нефть һәм газ скважиналары быраулау кеүек йүнәлештәргә бер урынға яҡынса 20 абитуриент дәғүә итә.

 

Зиннәт Абдулла улы АЛЛАЯРОВ, колледждың 2003 – 2007 йылдарҙағы директоры:

– 2003 йылда республика Хөкүмәте тарафынан төбә­гебеҙ һәм илебеҙ өсөн мөһим әһәмиәткә эйә белгестәр әҙерләгән Өфө энергетика колледжын һәм Өфө нефть техникумын берләштереп, тағы ла ҡеүәтлерәк уҡыу йорто барлыҡҡа килтереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Миңә берләш­терелгән белем усағының тәүге директоры булып эшләргә насип булды. 

Был уҡыу йорто бына инде оҙаҡ йылдар дауамында энергетика, нефть һәм газ эшкәртеү предприятиелары өсөн белгестәр әҙерләй. Белеүебеҙсә, әлеге тармаҡтар республикабыҙ һәм илебеҙ иҡтисады өсөн иң мөһимдәрҙән һанала. Колледжды тамамлаусылар бөгөн ҡайҙарҙа һәм ниндәй генә өлкәләрҙә эшләмәй! Әлбиттә, күптәре һуңынан юғары белемгә лә эйә була, әммә кисәге студенттарыбыҙ менән аралашҡанда улар һәр ваҡыт төп базаға тап ошо колледжда эйә булыуына баҫым яһай.

Ваҡытында беҙ Баймаҡта Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының филиалын астыҡ. Ул республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәге йәштәренә энергетика, нефть һәм газ тармаҡтары буйынса һөнәр алып, ошо йүнәлештә белгестәр булып китергә мөмкинлек асты.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас: