Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Ноябрь 2021, 10:27

Был – заман ғына түгел, заң талабы ла

Балала телгә һөйөү уятам тиһәгеҙ...

Бөгөнгө мәғариф өлкәһенең төп маҡсаты – белемле генә итеү түгел, ә рухи байлыҡҡа эйә булған, әхлаҡлы, милләттәрҙе ихтирам иткән, телдәрҙе яратҡан, өйрәнгән, халыҡ традицияларын, ил тарихын һанлаған, кешелекте һөйгән шәхес тәрбиәләү. Был – заман ғына түгел, заң талабы ла.

 

Ошо ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә, дәрес менән кластан тыш сараларҙың сифатын яҡшыр­тыуға, фәнни педагогика менән бер рәттән, коммуникатив-лингво­мәҙәни ҡараштың бер өлөшөн тәшкил иткән халыҡ педаго­гика­һының элементтарын ҡулланып өлгәшәм. Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, боронғолоғо, фәлсәфәһе, рухиәте, халыҡсанлығы, бала саҡта алған тәрбиәмдең дә ошо алымдарға нигеҙләнеүе яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүгә этәргес көс булғандыр.

Эшемдә күренекле педагогтар А. Макаренко, В. Сухомлинский, Д. Ушинский, Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәрим, фольклорсылар Р. Солтангәрәева, Ә. Сөләймәновтың, тел ғалимдары М. Зәйнуллин, Л. Саяхованың хеҙмәттәренә, М. Бураҡаеваның “Тормош һабаҡтары” дәрес­лектәренә, “Аманат” йыйынтығына таянам, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туп­лайым, уҡыусылар менән уртаҡлашам.

Дәрестең тәрбиәүи маҡсатына өлгәшеү өйрәнеләсәк ма­териалдың йөкмәткеһенә бәйле. Халыҡтың ауыҙ-тел ижадын туплаған бөтә төр жанрҙар ҙа теманың тәрбиәүи маҡсатын уңышлы атҡарырға ярҙам итә.

“Һандар” темаһын һанаш­маҡ­тар менән үткәрергә күнеккәнмен. 1–10, ундан – уймаҡ, табала ҡоймаҡ. Уңышлы һайланған һа­нашмаҡ үтелгән теманы нығытыу (мәҫәлән, был һанашмаҡта аҙыҡ-түлек темаһы ҡабатлана), тел сарлағыс ролен дә үтәй. Ете – һәр милләттә лә изге һан. Был һан менән мәҡәлдәрҙе үҙҙәре табалар. “Етегән тигән ете йондоҙҙо ете уратып әйтһәм, һауап була” тиҙәйткесен бәләкәй сағымда әсәйем өйрәткәйне, үҙемдең һәм уҡыусыларҙың тын юлдарына күнекмә өсөн уңайлы.

Бер генә милләттең дә мәҡәл-әйтемдәрендә әхлаҡи ҡағиҙәләр­ҙән ситләтелгән һүҙҙәр юҡ, этик тәртип тулыһынса һаҡлана. Йөкмәткеле лә, хәтерләү ҙә еңелерәк. Уларҙы дәрестең төрлө этабында уңышлы ҡулланып була. Үҙем мәҡәл-әйтемдәрҙе эпиграф итеп алам, яңы теманы асыҡлауҙа, рефлексия этабын үтәгәндә, йомғаҡлауҙа ҡулланам.

Фольклорҙың күңел көҙгөһөн сағылдырған йырҙарын башҡорт теле дәресендә тыңлатмау, өйрәтмәү үҙе бер гонаһ булыр ине. Үҙем дә моңға ғашиҡмын, йыр­ларға яратам. Музыка интернациональ көскә эйә, халыҡ­тарҙың көй, моң аша һөйләшеүе ул. Күңелдәргә ҡыуаныс, һағыш­лыға йыуаныс та. Башланғыс кластарҙа йырҙар өйрәнәбеҙ. Йыр күнекмәләре балаларҙа дикция ағышын әүҙемләштерә. Таҙа, асыҡ баҫымлы биҙәк булдырыла. Йырҙың тиҙлеге, үҙенсәлеге, тәбиғәте асыҡлана бара. Бер ваҡытта әйтеү, бер-береһен хорҙа ишетә белеү һәләте көсәйә. Оялыу, тартыныу, ҡурҡыу һыҙаттары артҡы планға күсә бара. Телдәре көрмәлгән уҡыусыларҙың да йырҙы тыныс башҡарыуы күҙгә салына. Бер бөтөнлөк һиҙелә. Таныш йыр мотивына һәр бала үҙ­аллы, мәктәптә өйрәнгән шиғыр­ҙарҙы ла көйләрлек мөмкинлек ала. Сәсәнлек һәләте үҫешә. Телмәрҙәрендә лексик берәмектәр әүҙемләшә. Хәтер, фонематика, тел байлыҡтары үҫә, нығый. Шун­лыҡтан вокал-артикуляция, ритмика күнекмәләре тайпылышһыҙ башҡарыла.

Урта кластарҙа көйҙәрҙе тыңлау – дидактик материалдың бер формаһы. Тойомлау үҙенсәлектәрен асыуға, күҙ менән күргәнде күңел аша үткәрергә өйрәтеү ул. Д.Б. Кобалевский һүҙҙәре менән әйткәндә:  “Һәр кем үҙенә кәрәкте ишетәсәк, үҙ тойғо-хисенән сығып, музыкаль әҫәрҙе ҡабул итәсәк! Һүрәтләү саралары – образ, картина, пейзажды көй аша музыкаль картина итеп тыуҙырасаҡ”. Күҙҙәрҙе йомоп тыңлатыу, күҙаллау мотлаҡ.

Кеше исеме – тарихи күренеш. Исем мәғәнәһе эске һәм тышҡы матурлыҡты күҙ уңында тота. Яңғыҙлыҡ исемдәр темаһын “Исемең матур – кем ҡушҡан” тип үткәрәм. Төп маҡсатым – милли исемдәрҙе таратыу. Уҡыусылар, төрлө белешмәләрҙән исемдә­ренең мәғәнәһен эҙләп табып, үҙҙәре өсөн ниндәйҙер яңылыҡ аса, шулай итеп, эҙләнеү эшенә лә тәүге аҙымдар яһай.

Йомаҡтарҙың поэтикаһы, тел үҙенсәлеге тураһында байтаҡ эҙләнеүселәр үҙ фекерен әйткән. Боронғо грек ғалимы Аристотель йомаҡтарҙы “яҡшы төҙөлгән метафора” тип атаһа, рус фольк­лорсыһы, академик Ю.М. Соколов: “Йомаҡ, ғәҙәттә, сеймәлтелгән метафора менән әйтелгән һорау, тип билдәләргә мөмкин”, – тигән.

Дәресемә уҡыусылар өсөн ят булған йомаҡтарҙы һайлайым. Яуапты тиҙерәк тапһындар өсөн иллюстратив материал ҡулланам. Күп уҡыусылар иң ҡәҙерле ризыҡ – икмәктең ниндәй процестар аша үтеп, беҙҙең өҫтәлгә килеп ятҡанын күҙаллай белмәй. Техник прогресс менән йомаҡтарҙың эстәлеге лә үҙгәрештәр кисергән. Быға миҫал итеп иген урыуҙың боронғо һәм хәҙерге алымына йомаҡтар килтерергә мөмкин:

  1. Ҡырҡтылар мине, йолҡ­толар мине, бәйләнеләр ҙә, элделәр мине.

Утҡа, һыуға һалдылар, тағы күтәреп алдылар, бысаҡ менән ярҙылар.

  1. Үҙе ура, үҙе һуға, үҙе ҡап­сыҡҡа һала, геүелдәп үтеп китә лә ҡыр таҡырланып ҡала.

Беренсе йомаҡта иген урыуҙың боронғо алымы тасуирлана. Ураҡ менән урыу, көлтәгә бәйләү, кип­тереү, шыбағас менән һуҡҡылау, бешереү һәм икмәкте өлөштәргә бүлеү. Ураҡты, шыбағасты күрһәтеү өсөн мәктәп музейына барһаң, дидактик материалдарҙы үҙ күҙең менән күрергә лә була.

Мәңге һүнмәҫ рухи хазинабыҙ, милләт йәнен һаҡлаусы аһәңебеҙ ул – этнопедагогика, этноэтикет, лингвокультурология. Быуаттар аша беҙгә мираҫ булып ҡалған халыҡ педагогикаһы хазиналарын йәш быуынды тәрбиәләүҙә файҙаланыу мөмкинлектәре ифрат ҙур. Ҡәҙерен белеп, һөҙөмтәле итеп ҡулланһаҡ, дәрестең сифаты яҡшыртылыр, киләсәккә белемле, тәрбиәле, халыҡ өсөн үҙен йәлләмәгән шәхестәр тәрбиәләй алырбыҙ.

 

Зәйнәп СОБХАНҒОЛОВА,

Рәсәй Федерацияһының алдынғы мәғариф хеҙмәткәре.

 

Белорет ҡалаһы.

Читайте нас: