Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Ноябрь 2021, 21:45

Донъя кимәлендәге студенттар кампусы төҙөлә

Радий Хәбиров объектың архитектура-төҙөлөш концепцияһын тикшереү буйынса эш кәңәшмәһе уҙғарҙы.

Донъя кимәлендәге студенттар кампусы төҙөлә
Донъя кимәлендәге студенттар кампусы төҙөлә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә барлыҡҡа киләсәк юғары уҡыу йорттары-ара студенттар кампусының архитектура-төҙөлөш концепцияһын тикшереү буйынса эш кәңәшмәһе уҙғарҙы. Видеоконференция режимында ойошторолған сарала республика Хөкүмәте ағзалары, проект институттары һәм төҙөлөш ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, төбәк Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге булдырыу маҡсатында кампус ойоштороу 2019 йылда башлана. 2021 йылдың авгусында мөһим объектты төҙөү идеяһын Рәсәй Президенты Владимир Путин хуплай, һәм үҙәк Рәсәйҙә төҙөләсәк һигеҙ кампус исемлегенә индерелә.

Илдә Semrén & Månsson архитектура бюроһының үҫеш буйынса директоры Наталья Фурман проекттың бер вариантын тәҡдим итә. Кампусты төҙөү урыны итеп Киров районындағы Ағиҙел буйының көньяҡ яр битләүендә һәм Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге элекке Киров исемендәге завод майҙаны билдәләнә.

Төҙөлөштөң беренсе этабында, йәғни 2022-2023 йылдарҙа, Зәки Вәлиди урамында урынлашасаҡ "IQ-парк" юғары технологиялар бинаһы реконструкцияланасаҡ. Бында юғары уҡыу йорттары, лабораториялар, йәмәғәт майҙансыҡтары ҡарамағындағы коворкингтар, һанлы китапханалар, студент компаниялары, кесе инновациялы предприятиелар офистары урынлашасаҡ.

Икенсе этапта, 2025 йылдың аҙағына тиклем, заманса студент ятаҡтары корпустары төҙөләсәк. 100 мең квадрат метр майҙанды тәшкил иткән кампустың төп ядроһында студенттарға һәм аспиранттарға йәшәр өсөн 3500 урын буласаҡ, шулай уҡ унда генетика, фотоника, климат, авиация-космонавтика, һанлы технологиялар өлкәһендә донъя кимәлендәге лабораториялар урынлашасаҡ.

Проект 100 кеше һыйҙырышлы “амфитеатр” тибындағы махсус аудиторияларҙы төҙөүҙе лә күҙ уңында тота. Шулай уҡ бында спорт комплексы, йәмәғәт туҡланыуы зонаһы, көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары ла буласаҡ тип күҙаллана.

Төбәк Башлығы кәңәшмә барышында билдәләнгән тәҡдимдәрҙе һәм дәғүәләрҙе иҫәпкә алып, архитектура проектын еренә еткерергә ҡушты.

“Юғары уҡыу йорттары-ара студенттар кампусы проектын, бөтә йүнәлештәрҙе лә күҙ уңында тотоп, тағы бер тапҡыр ентекле тикшерер кәрәк, 3 декабргә тиклем яңы идеялар көтөп ҡалам”, - тине  ул.

Кампусты төҙөү тураһындағы фекерҙәре менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә уртаҡлашты:

“Кампус - донъя кимәлендәге төрлө йүнәлештәге лабораторияларҙы берләштергән тотош фән ҡалаһы. Тулы студент тормошо өсөн төрлө йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған заманса спорт һәм йәмәғәт киңлектәре, ял зоналары кәрәк.

Был йүнәлештә беҙҙең бурыстар күп. Уҡытыусыларҙың, студенттарҙың, кампус ҡунаҡтарының - барыһының да ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелергә, кампус заманса, уңайлы һәм йәмле булырға тейеш”, - тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: