Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Ноябрь 2021, 22:40

Гөлфирә Абдуллинаны ихлас ҡотлайбыҙ!

"Шундай мөһим сарала Башҡорт дәүләт университетының намыҫын яҡлау оло ғорурлыҡ булды".

Гөлфирә Абдуллинаны ихлас ҡотлайбыҙ!
Гөлфирә Абдуллинаны ихлас ҡотлайбыҙ!

Бөгөн, Юғары мәктәп уҡытыусылары көнөндә, Рәсәй Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге Ғалимдарҙың үҙәк йортонда “Юғары мәктәптең алтын исемдәре” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина “Фәнгә һәм юғары белем биреүгә индергән өлөшө өсөн” номинацияһында еңеү яуланы.  

"Был конкурс юғары мәктәп уҡытыусыһы һөнәренең социаль әһәмиәтен аңларға ярҙам итә, – ти Гөлфирә Риф ҡыҙы. – Шундай мөһим сарала Башҡорт дәүләт университетының намыҫын яҡлау оло ғорурлыҡ булды. Туған коллективыма ҙур рәхмәт!"

“Юғары мәктәптең алтын исемдәре” проектына ярашлы, йыл һайын Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары һәм ғилми учреждениелары тарафынан үҙ һөнәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡытыусылар конкурс һайлап алыуына тәҡдим ителә. Был сара юғары мәктәп уҡытыусыһы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Еңеүселәр хаҡында мәғлүмәт уҡыу йорттарының порталында һәм “Юғары мәктәптең алтын исемдәре” проектының почет кенәгәһендә урын ала, уларҙың уҡытыу методикаһы киң мәғлүмәт саралары, мәғариф порталдары, социаль селтәрҙәр аша таратыла.

Белешмә:

Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина – 500-ҙән ашыу ғилми-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 14 монография, ике һүҙлек, ун уҡыу әсбабы, 20-нән ашыу ғилми-методик баҫма һәм программалар авторы. Уның ҡатнашлығында башҡорт телен үҫтереүгә һәм таратыуға йүнәлтелгән “Сәләм”, “Башҡорт дактиль алфавиты”, “Ымлы башҡорт теле” кеүек мобиль ҡушымталар эшләнгән. Гөлфирә Абдуллина етәкселегендә бер докторлыҡ һәм алты кандидатлыҡ диссертацияһы уңышлы яҡланған. Ул – 2016 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһы профессоры.

Гөлфирә Риф ҡыҙы – “Башҡортостан” гәзитенең дә тоғро дуҫы. Ул республиканың төп милли баҫмаһы менән башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты студенттары араһында хеҙмәттәшлек булдырыуға, гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороуға ҙур өлөш индерә. Гөлфирә Риф ҡыҙын оло еңеүе менән ҡайнар ҡотлап, яңынан-яңы уңыш-ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Фото: "Бәййләнештә".

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: