Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Ноябрь 2021, 10:30

Изге башланғыстар күберәк булһын!

pressaufa.ru
Фото:pressaufa.ru

Күптән түгел ҡыуаныслы хәбәр ишеттем: Силәбе өлкәһендәге ҡайһы бер мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡыта башлайҙар икән. Шатлығымдың сиге булманы! Ошо изге эште атҡарып сыҡҡан кешеләргә ҙур рәхмәт әйткем килә.

Мин сығышым менән Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районынан. Мәктәптә уҡығанда V класҡа тиклем башҡорт теле дәрестәрен яратманым, сөнки уҡытыусы бер нәмә лә өйрәтмәй торғайны. Ә бына VI–IX кластарҙа уҡығанда беҙгә Баш­ҡортостандан йәш уҡытыусылар килә башланы. Улар шул тиклем ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә ине. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуыбыҙ артты, ләкин йәш уҡытыусылар йыл һайын тигәндәй алмашына ине, шуныһы ҡыйын булды.

Мәктәптән һуң колледжға уҡырға индем, артабан Өфөләге Рәсәй Ислам университетында белем алдым. Башта Өфөлә бөтә нәмә ҡыҙыҡ булып тойола ине, үҙемде икенсе бер дәүләткә барып эләккәндәй хис иттем. Мәҙрәсәлә дәрес һынауҙарын мотлаҡ үҙ телеңдә бирергә тейешһең. Вәғәздәрҙе туған телегеҙҙә аңлата белегеҙ, тип әйттеләр. Аҙаҡ, дини  китаптарҙы иҫке төрки теленән тәржемә итә башлағас ҡына, башҡорт телен һәйбәт аңлай башланым. Шул ваҡыттан алып Башҡортостанда йәшәйем. Буласаҡ ирем менән танышҡанда унан: “Башҡортһоңмо?” – тип һораным. Өс бала үҫтерәм, уларға баш­ҡортса әкиәттәр уҡыйым, ниндәй халыҡ вәкиле булыуҙарын белеп, аңлап үҫһендәр, тип тырышам.

Минең кеүек милләтен яратҡан, милли асылына ҡайтырға теләгән башҡорттар бик күп. “Телен онотҡан – динен ҡалдырған” тигән әйтем бар. Бөгөн бәғзе берәүҙәр үҙ телендә һөйләшергә ояла. Ошондай шарттарҙа телде һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән эш алып барыу, әлбиттә, еңел түгел. Шулай ҙа үрҙә әйтеп үткән ише шатлыҡлы хәбәрҙәр күңелгә май булып яғыла, өмөт осҡондары уята.  Ошо изге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыусыларға Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт ебәрер, шул бәрәкәт менән телебеҙ бик күп быуаттар дауамында һаҡланыр. Рәхмәт һеҙгә барығыҙға ла!

 

Айгөл ҒИЛӘЖЕТДИНОВА.

Читайте нас: