Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Ноябрь 2021, 23:00

"Ә ҡайҙа һуң улдарығыҙ?"

Улдар көнө уңайынан хикмәт тәҡдим итәбеҙ.

"Ә ҡайҙа һуң улдарығыҙ?"
"Ә ҡайҙа һуң улдарығыҙ?"

Ике ҡатын ҡоҙоҡтан һыу ала. Бер аҙҙан уларҙың янына өсөнсөһө килә. Ситтәрәк бер ҡарт таш өҫтөндә ял итеп ултыра. Ҡатындарҙың береһе һүҙ башлай:

– Минең улым үҙе етеҙ, үҙе көслө. Уны бер кем дә еңә алмай!

Ә минеке һандуғастай матур йырлай, – ти икенсеһе. – Ундай тауыш бер кемдә лә юҡ.

Өсөнсө ҡатын иһә бер ни ҙә өндәшмәй.

– Ниңә һин балаң тураһында һүҙ әйтмәйһең? – тип ҡыҙыҡһына ҡарт.

– Минең улым — ябай бала, – тип йылмая әсәй кеше...

Ҡатындар биҙрәләрен тултырып һыу ала ла ҡайтырға йыйына. Шул мәлдә ҡапыл уларҙың ҡаршыһына өс малай йүгереп килеп сыға. Араларынан береһе тәгәрмәс һымаҡ әйләнә башлай. Икенсеһе шундай итеп йырлай – һандуғас һайраймы ни! Һәләттәрен күрһәткәс, улар үҙ юлы менән китә. Өсөнсө малай иһә әсәһенең янына йүгереп килә лә, ауыр биҙрәләрҙе алып, өйө яғына йүнәлә.

– Йә, улдарыбыҙ ниндәй? – тип ҡарттың фекере менән ҡыҙыҡһына ғорур ҡиәфәт менән ҡатындар.

– Ә ҡайҙа һуң улар? – тип һорауға һорау менән яуаплай ҡарт. – Мин берегеҙҙең улын ғына күрҙем...

(В. Осееваның хикәйәһенә тәржемә).

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: