Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Ноябрь 2021, 20:45

Арктика һөнәрҙәре ҡыҙыҡһындырамы?

Мәктәп уҡыусылары өсөн хәҙер уларҙы өйрәнеү мөмкинлеге бар.

Арктика һөнәрҙәре ҡыҙыҡһындырамы?
Арктика һөнәрҙәре ҡыҙыҡһындырамы?

Ошо көндәрҙә В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында 5-11-се класс уҡыусылары өсөн “Северное сияние” тип аталған көндөҙгө һөнәри йүнәлеш биреү мәктәбе эш башланы.

Музей “Арктика һәм донъя океанын үҙләштереү” йүнәлеше буйынса “Каникуляр профориентация мәктәбе" Бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашырыу майҙансығы булып тора.

Программала ҡатнашыусыларҙы бик бай программа көтә: танышыу, саф һауала команда булдырыуға уйындар, музей буйлап таныштырыу экскурсияһы, ә иң мөһиме – Арктиканың еңел булмаған һөнәрҙәре менән таныштырыу. Шулай уҡ уҡыусылар контр-адмирал М.И. Бакиев исемендәге Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәгендә буласаҡ. Бында уларҙы судомоделләштереү, строй әҙерлеге, шлюпка эше буйынса ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре көтә. Һәр бала диңгеҙ һөнәрҙәре романтикаһына сума һәм “Юнга” программаһы буйынса һөнәри әҙерлек үтә ала. Мәктәп эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар өсөн команда сараһы – “Святая Анна” шхунаһын эҙләү” спорт сараһы үтәсәк, аҙаҡ балаларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

"Һөнәр һайлау – һәр кеше алдында торған етди аҙымдарҙың береһе. Һайланған һөнәре уның ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм мөмкинлектәренә яуап биреүҙән, уның хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланыуынан, карьера үҫеше мөмкинлеге биреү-бирмәүенән барлыҡ артабанғы тормош тора. Һөнәри йүнәлеш биреү - уңышлы өлкән тормошҡа мөһим баҫҡыстарҙың береһе. Ошоноң ише саралар беҙҙең балаларға һөнәр һайлағанда ярҙам итер тип ышанам", – тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Профориентация мәктәбенең беренсе сменаһында Советтар Союзы Геройы В.Г. Недошивин исемендәге 37-се кадет мәктәбе һәм “Содружество” 106-сы лицей уҡыусылары ҡатнашты. Каникуляр мәктәп 28 ноябргә тиклем дауам итәсәк, унда 300 кеше ҡатнашасаҡ. Унда ҡатнашыу бушлай, әле лә арктика биләмәләрен үҙләштереүгә бәйле көнүҙәк һөнәрҙәр менән танышыу мөмкинлеге бар. Программа тураһында ентеклерәк танышыу өсөн музейҙың “Бәйләнештә”ге төркөмөнә инеп өйрәнергә була.

Әйткәндәй, был һөнәри йүнәлеш каникуляр мәктәптәре “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты саралары планына инә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53615

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: