Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Ноябрь 2021, 18:06

Китапханалар рухи үҙәктәргә әйләнгән

Шуға күрә уларға олоһо ла, кесеһе лә теләп йөрөй.

“Библиодетка” проектына ярашлы үткәрелгән саранан күренеш.
“Библиодетка” проектына ярашлы үткәрелгән саранан күренеш.

Нефтекама ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапхана селтәре үҙаллы алты мәғрифәти үҙәкте – Үҙәк ҡала, балалар, үҫмерҙәр, электрон модель, Әмзә һәм Ташкин ауылдарындағы китапханаларҙы берләштерә. Уларҙың берҙәм, эшһөйәр коллективтары үҙ-ара дуҫ, татыу булып, уртаҡ маҡсаттарға ынтылып эшләй. Был китапханалар күрһәткән хеҙмәттәрҙән 80 меңдән ашыу кеше файҙалана, уларҙа йылына 1600 самаһы сара уҙғарылып килә. Бында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, бай күргәҙмәләр, экскурсиялар, конкурстар һәм фекер алышыуҙар ойошторола. 

 

Таланттарҙы таныталар

 

Үрҙә билдәләнгәнсә, китапха­наларҙа үҙенсәлекле күргәҙмәләр йыш үтеп тора. Улар ярҙамында хеҙмәт­кәрҙәр ҡалала йәшәгән төрлө талант эйәләренең ижади эштәрен киң ҡатлам уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итә, ябай хеҙмәт эйәләрен таныта. Мәҫәлән, октябрь айында, “Китапханала – арт-киңлек” проектына ярашлы, ҡул эше оҫтаһы Ирина Косованың күргәҙмәһе ойошторолған.

Ижад – ул кеше күңеленең айырым бер халәте, теүәл генә аңлатып булмаған серле күренеш. Ҡул тылсымы ҡағылыуҙан, күңелеңде биреүҙән, хыялдарыңа ирек ҡуйыуҙан ябай ғына хеҙмәт шатлыҡҡа әйләнә – һоҡланғыс картиналар, ҡабатланмаҫ эштәр тыуа, шуға күрә Ирина Борисовна күргәҙмәһен “Ҡулға – эш, йөрәккә – шатлыҡ” тип атаған.

Нефтекама оҫтабикәһенең һәләте күп яҡлы. “Шөғөлдәрем миҙгелгә ҡарап та үҙгәрә: көҙгөһөн – япраҡтарҙан гөлләмә, Яңы йыл байрамына тубырсыҡтан, мамыҡтан, ҡағыҙҙан шыршылар “үҫеп сыға”, яңы уйынсыҡтар барлыҡҡа килә, яҙ етеү менән күңел сәскәләргә ынтыла”, – ти ул. Мәҫәлән, былтырғы ҡышта Ирина бәйләм менән мауығып киткән, ике айҙа ете биҙәкле еңел ярымшәл бәйләгән һәм уларҙың бары һуңғыһы ғына үҙенә насип булған.

Ирина Косова хаҡында Электрон модель китапханаһы мөдире Лилиә Сәмиева бына нимәләр һөйләне: “Күргәҙмәлә авторҙың бик үҙенсәлекле эштәре урын алды. Мәҫәлән, алмас мозаика күптәрҙә һоҡланыу уятты. Шулай ҙа Ирина Борисовнаның иң яратҡан шөғөлө – сатрашлап сигеү.  Ул уға хәҙер инде ике тиҫтә йылдан ашыу тоғролоҡ һаҡлай. Оҫтабикә сигеү менән һәр ерҙә – поезда, самолетта, диңгеҙ буйында, Кама ярында, үҙе йөрөгән ансамблдең сығыштары, репетициялары араһында шөғөлләнә. Ул төрлө темалар, йүнәлештәр буйынса эшләй: автопортрет, үҫемлектәр, ҡоштар, хайуандар донъяһы, әҙәби сюжеттар һәм башҡалар. Сигеүле әйберҙәре күҙҙең яуын алырлыҡ килеп сыға. Мәҫәлән, Чарльз Барберҙың “Махсус адвокат”, Брюлловтың “Һыбай ҡыҙ” картиналарына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

“Нимә оҡшай – шуны сигәм”, – ти Ирина Борисовна. Әлеге алым ярҙамында тыуҙырған ижади эштәре – 80-дән ашыу. Күбеһен дуҫтарына, туғандарына, яҡындарына бүләк иткән. “Был күргәҙмә күптәрҙең күңеленә хуш килде. Нефтекама оҫтабикәһенең үҙенсәлекле эш өлгөләрен һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡаранылар”, – тип билдәләне Электрон модель китап­ханаһы мөдире.

 

Китаптың дуҫтары күп булһын

 

Үҙәк ҡала китапханаһы Нефте­каманың 10-сы балалар баҡсаһы менән берлектә “Библиодетка” тип аталған яңы проект башлаған. Уға күптән түгел старт бирелгән. “Сараның маҡсаты – балаларҙы бәләкәй саҡтан китаптар донъяһы менән таныштырыу, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Уй-ниәтебеҙгә өлгәшербеҙ, китап балаларҙың иң яҡын дуҫына әйләнер, ә беҙ киләсәктә тоғро уҡыусыларға эйә булырбыҙ, тип ышанам”, – ти Үҙәк ҡала китапханаһы хеҙмәткәре Ирина Вәлитова.

Проектҡа ярашлы үткәрелгән тәүге сара барышында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре китапхана менән яҡындан танышҡан, уларҙы ҡаршы алған Көҙһылыу менән бергә “Япраҡтар бейеүе”н башҡарған, төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашҡан. “Проекттың планына ярашлы, бәләкәстәрҙе яңынан-яңы ҡыҙыҡлы саралар, оҫталыҡ дәрестәре, уйындар һәм конкурстар, китап күргәҙмәләре көтә. Йыл дауамында “Бөтә ғаилә менән китап уҡыйбыҙ” тип аталған фотокүргәҙмә эшләйәсәк, унда ата-әсәләре менән бергә балалар баҡсаһына йөрөгән бөтә кескәйҙәр ҙә ҡатнаша ала”, – ти китапханасылар.

Бәләкәстәр менән бер рәттән, мәктәп уҡыусылары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Улар өсөн төрлө асыҡ дәрестәр, тематик саралар йыш үткәрелә. Үҫмерҙәр китапханаһында тиҫтә йылдан ашыу “Профйүнәлеш” үҙәге эшләп килә. Исеменән үк күренеүенсә, ул өлкән класс уҡыусыларына һөнәр һайлау йәһәтенән булышыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Күптән түгел үткәрелгән сираттағы сара хаҡында китапханасы Гөлназ Хәзиева һөйләне.

– Һөнәр һайлау – һәр йәш кеше алдында торған етди аҙым, шуға күрә “Профйүнәлеш” үҙәгендә үткәрелгән сараларҙа өлкән класс уҡыусыларына бөгөн хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ, заманға ярашлы барлыҡҡа килгән һөнәр эйәләренең нимә менән шөғөлләнеүе, уларға ниндәй талаптар ҡуйылыуы тураһында һөйләйбеҙ.

Сираттағы сара физик йәһәттән мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн ойошторолдо. Уның барышында Инвалид балаларға дистанцияла белем биреү үҙәгенең һәм Нефтекама коррекция мәктәп-интернатының өлкән класс уҡыусылары төрлө һөнәрҙәр менән танышты. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн ҡулай булған һөнәрҙәр менән таныштырған слайд күрһәтелде.

Төньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге психологы И.А. Шумкова төбәктәге хеҙмәт баҙарындағы хәл-торош, әлеге категорияға ҡараған балаларға һөнәр биреү менән шөғөлләнгән уҡыу йорттары тураһында һөйләне. Уҡыусылар китапханасылар тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә менән танышып та үҙҙәре өсөн кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булды, – тине Гөлназ Хәзиева.

 

Тәрбиәгә лә ҙур иғтибар бирелә

 

Китапхана хеҙмәткәрҙәре йәш быуынға тейешле тәрбиә биреү, уларҙы илһөйәрлек рухында үҫтереү эшенә лә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, Үҙәк ҡала китапханаһында күптән түгел үткән дәрес телмәрҙә насар һүҙҙәр ҡулланыуҙан азат булыуға арналған. Унда ҡала мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашҡан.

Сер түгел, бөгөн күптәрҙең телмәрендә йәмһеҙ яңғыраған һүгенеү, әр һүҙҙәре йыш осрай. Белгестәр әлеге тормошобоҙҙа был насар ғәҙәтте эпидемияға тиңләй. Ә психологтар һүгенеү күренешен алкоголизм, тәмәке тартыу, наркомания кеүек бәйлелек менән аңлата һәм, уға бер өйрәнһәң, ҡотолоу ауыр булыуын билдәләй.

– Дәрес барышында уҡыусылар был насар күренештең барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты. Был проблеманы, уның кеше организмына, рухи һәм физик сәләмәтлеккә йоғонтоһон төрлө илдәрҙең ғалимдары һәм белгестәре өйрәнә. Мәҫәлән, биология фәндәре докторы Петр Горяев телмәрҙең ДНК-ға тәьҫир итеүен асыҡлаған. Һүгенеү һүҙе 10 – 40 рентген радиация нурланыуына тиң, ул ДНК сылбырын емерә, хромосо­маларҙы тарҡата, тигән ғалим. Ошондай мәғлүмәттәр, проектор ярҙамында күрһәтелгән видеояҙмалар балаларҙы уйландырмай ҡалманы, – ти китапханасы Ольга Мөстәҡимова.

Ошо көндәрҙә Балалар китапха­наһында үткән тағы бер фәһемле сара Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған. Уның барышында ҡаланың 6-сы урта мәктәбе уҡыусылары өсөн “Тарих биттәрен байҡап” тип аталған дәрес уҙғарылған.

– Балалар байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты, “Рустән Рәсәйгә тиклем” тип аталған викторина һорауҙарына яуап бирҙе, “Байрамдың атамаһы нимә аңлата?”, “Ни өсөн был байрамды тергеҙеү ихтыяжы тыуҙы?”, “Берҙәмлек нигеҙендә нимәләр ята?” тигән темалар буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Ғөмүмән, дәрес барышында балалар халыҡтар үҙ-ара берҙәм, татыу икән, дәүләт тә көслө, ҡеүәтле булыуын, бергәләгәндә иң ауыр мәшәҡәттәрҙе лә йырып сығырға мөмкинлеген аңланы, – ти китапханасы Юлиә Зиннурова.

Бына ошондай фәһемле, ҡыҙыҡлы саралар йыш була Нефтекама ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапхана селтәре ҡарамағындағы учреждениеларҙа, шуға күрә лә уларҙан халыҡ өҙөлмәй. Кешеләргә аң-белем таратыу эшенә ҙур өлөш индергән, матур йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы саралар менән ҡала халҡының тормошон йәмләгән, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылып йәшәгән китапханасыларға эштәрендә уңыштар юлдаш булһын!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА. 

Читайте нас: