Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Ноябрь 2021, 17:51

Матурлыҡты күрә белә

Сания Бикмөхәмәтова — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Үҙ һөнәрен яратып башҡарғандарҙың береһе ул. Буш ваҡыттарында бәйләм, сигеү, ҡурсаҡтар эшләү, төрлө модулле оригами менән шөғөлләнә.

– Әсәйем, Кәримә Мәлик ҡыҙы, ауылда танылған ҡул эштәре оҫтаһы ине. Иҫ киткес матур итеп таҫтамалдар, мендәр тышлыҡтары, карауат япмалары сигә, күҙҙең яуын алырлыҡ кофталар, итәктәр бәйләй ине. Иҫемдә, әсәйем янына бәйләм-сигеү серҙәренә өйрәнергә күрше апайҙар инә торғайны. 70-се йылдарҙа магазиндарҙа зауыҡлы, йылы кейем-һалым бик аҙ булды. Әсәйем беҙгә матур-матур башлыҡтар, кофталар, шарфтар, бейәләй, ойоҡтар бәйләп кейҙерҙе, – ти Сания апай.

Әсәһенең шөғөлөн Сания Рәлиф ҡыҙы дауам итә. Уҡытыусы эшенең ауырлығына ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба. Күңел талабы буйынса башҡарылған ҡул эштәре хәҙер уға аҙмы-күпме килем дә килтерә. Хеҙмәттәштәре, таныштары төрлө кофта, кардиган, шәлдәр бәйләргә заказ бирә.

Ҡул эштәренә һөйөүҙе хеҙмәт уҡытыусыһы София Ялчинова ла тәрбиәләй. Нәҡ ул бәйләм схемаларын “уҡырға” өйрәтә. Йәш ҡыҙ яңынан-яңы биҙәктәр һалыу серҙәренә төшөнә.

Кейәүгә сығып, балалары булғас, уларға йылы кейемдәрҙе үҙе бәйләп кейҙерә. 90-сы йылдарҙағы дефицит ваҡытында был шөғөлө бик ярап ҡала. Ҡайһы ваҡыт магазиндан бәйләнгән ҙур кейем һатып алып, уны һүтеп, теләгән моделдәрҙе яңынан бәйләгән саҡтары ла була.

Әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр бит халыҡта, ҡыҙы Гүзәл дә әсәһенә оҡшап оҫта, матурлыҡҡа ғашиҡ. Ул заманса ҡул эштәренә өҫтөнлөк бирә. Тыуған көн һәм юбилейҙарға шарҙарҙан һандар, сәскә, төрлө йәнлек һындары эшләй.

– Һәр шөғөлөмә күңел йылыһын һалып башҡарам. Кешеләргә эшем оҡшаһа, йәнемә рәхәт, ҡәнәғәтләнеү хисе кисерәм. Матурлыҡты аңлаған кешеләрҙең күңеле изге була. Үҙемдең һәр эшемдән көс алам. Төрлө күргәҙмәләрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға яратам, — ти Сания Бикмөхәмәтова.

 

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

 

Мишкә районы.

Читайте нас: