Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Ноябрь 2021, 19:00

Олуғ ғалимды тәбрикләнеләр

"Университеттың тарихын һәм бөгөнгө тормошон бар ғүмерен фәнгә, мәғрифәткә бағышлаған профессор Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафинһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай".

Олуғ ғалимды тәбрикләнеләр
Олуғ ғалимды тәбрикләнеләр

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында “Күп милләтле дәүләт шарттарында рухи мәҙәниәт менән туған телде һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалары һәм перспективалары” типи аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Сара филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәйҙең юғары профессиональ белем биреү өлкәһе почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафиндың 75 йәшлек юбилейына арналды. Конференция йыйынтығына Япония, Төркмәнстан, Азербайжан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан кеүек сит илдәрҙән, Рәсәй субъекттарынан ике йөҙгә яҡын мәҡәлә ҡабул ителгән ине.

Сара барышында фәһемле, йөкмәткеле сығыштар яңғыраны. Мәртәбәле ҡорҙо Башҡорт дәүләт университеты ректоры Н.Д. Морозкин асты.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы У.Т. Килсенбаев юбилярға Радий Хәбировтың ҡотлау хатын тапшырҙы. Шулай уҡ Ғ.С. Ҡунафин Башҡортостан Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Яҙыусылар союзы, матбуғат баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, Ғафури районы хакимиәте, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты коллективтары исеменән ҡотлауҙар ҡабул итте.

"Факультебыҙҙа бөгөн ҙур байрам. Хөрмәтле Ғиниәт Сафиулла улын 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрҙек. Университеттың тарихын һәм бөгөнгө тормошон бөтә аңлы ғүмерен фәнгә, мәғрифәткә бағышлаған профессор Ҡунафинһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Тормош тәжрибәһен дә, зиһен яҡтылығын да мул уртлаған замандашыбыҙ булыуы – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Республикабыҙҙың милли мәғарифына һәм фәненә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән аҡһаҡалыбыҙға һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ", – тине башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина.

Ихлас ҡотлауҙарға беҙ ҙә – республика журналистары ла ҡушыла. Бөгөн киң мәғлүмәт сараларында фиҙакәр хеҙмәт иткән белгестәрҙең, мөхәррирҙәрҙең күбеһе – юбилярҙың элекке студенттары. Киләсәктә лә Ғиниәтулла Сафиулла улын бөгөнгөләй фиҙакәрлек ташламаһын һәм тағы ла оҙаҡ йылдар башҡорт әҙәбиәте ғилеменә арымай-талмай емешле хеҙмәт итергә яҙһын тигән изге теләктә ҡалабыҙ.

Фотолар: башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: