Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Ноябрь 2021, 13:32

Бәләкәйҙән “Ылаҡ” уйыны менән таныш улар

Баймаҡ ҡалаһындағы “Толпар” балалар баҡсаһы асылыуға күп ваҡыт үтмәгән, әммә тәүге көндәрҙән үк тәрбиә-белем биреү эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ педагогикаһына таянып, этнотөбәк компоненттарҙы иҫәпкә алып ойошторола.

Балалар баҡсаһы етәксеһе Рәзилә Һағынбаева әйтеүенсә, коллектив сағыштырмаса йәш, уртаса 30–35 йәш тәшкил итә. Бөтәһе 150 урынға иҫәпләнгән баҡсаға алты төркөмдә 130 бала йөрөй. Быйылғы уҡыу йылынан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы полилингваль йүнәлеш буйынса эшләй һәм балаларға инглиз теле дәрестәре лә өйрәтелә башлаған.

Шулай уҡ балалар баҡсаһында “Башҡорт халыҡ традицияларына нигеҙләнеп, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа сәләмәт тормош рәүеше тәрбиәләү” тип аталған тәжрибә майҙансығы булдырылған. Майҙан­сыҡтың ғилми етәксеһе, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты Зәкиә Ғәбитова менән берлектә тәрбиә­селәрҙең ижади төркөмө сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға өйрәтеү йүнәлешендә тәрбиә-белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу өҫтөндә ижади эҙләнә. Шундай инновациялы майҙансыҡта төрки халыҡтарҙың онотола барған “Ылаҡ” милли уйынын мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында тергеҙеү, уның элементтары аша сәләмәт тормошто пропагандалау, спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү, спорт уйындарына ҡыҙыҡһын­дырыу уятыу маҡсатында физик үҫеш буйынса тәрбиәсе Зимфира Мөхәмәтҡолова методик ҡулланма әҙерләгән. Хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Почет Грамоталарына лайыҡ булған тәжрибәле тәрбиәсе “Ылаҡ” уйыны өсөн үҙ ҡулдары менән махсус кейемдәр теккән. Билдәле булыуынса, оҫоллоҡ һәм саялыҡ талап иткән төрки халыҡтарының милли уйыны “Ылаҡ” республикала тәүгеләрҙән булып Баймаҡ ерендә башланғыс алды. Уйындың шарттарына ярашлы, майҙанда ике команда үҙ-ара көс һынаша: һыбайлылар ҡаршы команданың майҙанына ҡуйылған ҡаҙанға, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, кәзә түшкәһен һалырға тейеш. Был осраҡта балалар ат итеп фитболдар ҡулланһа, ҡаҙан һәм кәзә түшкәһен Зимфира Риза ҡыҙы үҙенең оҫта ҡулдары ярҙамында күптән әҙерләп тә ҡуйған.

Кескәйҙәргә “Ылаҡ” уйыны ярҙамында физик һәм эмоциональ үҫеш тыуҙырыуҙы, уларҙы спортҡа йәлеп итеүҙе, халыҡ уйындарына ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған Зимфира Мөхәмәт­ҡолованың был алымы бик отошло, сөнки балаларға ҙур, тығыҙ туптар менән күнегеүҙәр эшләү арҡа һәм эс мускулдарын, быуындарын нығыта. Шулай уҡ кәүҙәләрен дөрөҫ тоторға булышлыҡ итә, түңәрәк формаһындағы тупты хәрәкәтлән­дергәндә тигеҙлекте һаҡлап ҡалыу өсөн быуындар ныҡышмалылығы талап ителә. Фитбол менән оҙайлы һикереү күнекмәләре башҡарғанда баланың координацияһы яҡшыра, кәйеф күтәренкелеге өҫтәй.

– Ысынлап та, этнопедагогика, тарих, культурология кеүек фәнни-ғәмәли әҙәбиәтте үҙләштереп, балалар баҡсаһында физик тәрбиә биреүҙә фитбол-ат ҡулланыу алымы бик үҙенсәлекле, һөҙөмтәле булды, – ти Зимфира Риза ҡыҙы. – Балаларҙы һыбай йөрөтөү элементтарын ҡулланыу һөҙөмтәһендә башҡорт халыҡ ижадына ылыҡ­тырыу маҡсатын ҡуйған физик тәрбиә биреү өсөн “Толпар” авторлыҡ программаһы төҙөлдө. Программаны тормошҡа ашырыу маҡсатында хәрәкәт итеү мөхите байытылды. Хәрәкәтле уйындар өсөн кәрәк-яраҡ (ат, сыбыртҡы, йүгән, ҡаҙан, эйәр, яҫтыҡ, “Аҡбуҙат” һәм “Толпар” командалары өсөн байраҡтар) әҙерләнде. Хәрәкәт әүҙемлеген камиллаштырыу өсөн халыҡ уйындары, мәҡәл һәм әйтемдәр картотекаһы булдырылды. Район балалар һабантуйында “Ылаҡ” ярышы үткәрелде.

Тәрбиәле бала – донъя йәме, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ә инде был тәрбиә, халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп, бөгөнгө тормош талаптарына таянып, ата-әсәләр менән берлектә алып барылһа, һөҙөмтәләр ҙә яҡшыра, уңыштар ҙа күренә. Кескәйҙәрҙең киләсәктә илһөйәр, телһөйәр, спортты яратҡан, һау-сәләмәт быуын булып үҫеүендә тап Зимфира Мөхәмәт­ҡолова кеүек үҙ эшенең оҫталары ҙур роль уйнай ҙа инде.

 

Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: