Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Ноябрь 2021, 13:31

Һөйөндөковтар һөйөндөрә

Миңзәлә менән Илгиз – матур башҡорт ғаиләләренәң береһе.

Кәримә УСМАНОВА
Фото:Кәримә УСМАНОВА

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән иғлан ителеүенсә, быйыл илебеҙҙә – Фән һәм технологиялар йылы, шуға күрә бөгөн үҙен фән өлкәһенә бағышлаған Илгиз Һөйөндөков тураһында һөйләмәксебеҙ.

Биология фәндәре докторы Илгиз Варис улы, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ун йылдан ашыу Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында тәбиғи-математика факультетына етәкселек итә. Иң йәш декан булған саҡтарын ул бөгөнгөләй хәтерләй.

– Студент ваҡытымда уҡытыусым, профессор Сәфәрғәле Йәнтүрин мине кафедраға лаборант итеп эшкә алды һәм бер юлы ғилми эш менән шөғөлләнергә ярҙам итте. Өс йылдан кандидатлыҡ диссертациямды яҡланым, һәр йәйем урман-ҡырҙарҙа, тауҙарҙа үҫемлектәр йыйыу, уларҙы өйрәнеү менән үтте тиһәм дә була. Ҡулыма диплом алғас, Сибай институтына эшкә ҡалдым, артабан миңә ҙур ышаныс күрһәтеп, декан вазифаһын йөкмәттеләр. Ысынлап та, республика уҡыу йорттарында иң йәш етәксе булараҡ эш башланым, – ти әңгәмәсем.

Ғилми эш менән шөғөлләнгән ҡайһы берәүҙәр ғаилә ҡороу йә иһә балалар үҫтереү хаҡында онотоп та ебәрә. Ә бына Илгиз Һөйөндөков был яҡтан икеләтә бәхетле. Уның бынамын тигән татыу һәм ишле ғаиләһе бар. Күп балалы атай булыу – уның өсөн иң шәп һөнәрҙәрҙең береһе, йәш ғалимдың дүрт улы һәм бер ҡыҙы үҫә.

Сығышы менән Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылынан булған егет мәктәпте тамамлағас, документтарын Сибай институтына тапшыра. Әсәһе – рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусыһы, атаһы колхозда төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй. Уңған ғаиләлә тәрбиәләнгән Илгиз Варис улына юғары уҡыу йортона имтихандар тапшырыу ауыр булмай.

Студент йылдарында ул Йылайыр һылыуы Миңзәлә Миңлеғәле ҡыҙына ғашиҡ була һәм 1998 йылда йәштәр өйләнешә. Был ваҡытта Илгиз Варис улы ҡулына диплом алһа, ә кәләше өсөнсө курсты тамамлаған була. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы Алмас, Ғайса һәм Фәнис исемле улдары һәм Алтынай исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Яңыраҡ тормоштарына ҡот өҫтәп, йәнә кескәй улдары Дауыт тыуған.

Бөгөн Алмас – ҡасандыр ата-әсәһе белем алған Сибай институты студенты, буласаҡ программалаусы. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Алмас туғандарына бар яҡлап өлгө. Ҡасандыр ул төрлө фән олимпиадаларында еңеү яулаһа, бөгөн уның юлын ҡустыһы Фәнис дауам итә. Ул шулай уҡ физика, математика һәм инглиз телдәре буйынса ҡала кимәлендәге олимпиадала бер нисә йыл рәттән тәүге урындарҙы яулай. Әйткәндәй, Фәнис менән Ғайса – Рәсәйҙең өҫтәл теннисы буйынса спорт мастерлығына кандидаттар. 2020 йылда Фәнис шәхси беренселектә Башҡортостан буйынса өҫтәл теннисы буйынса чемпион була, ә Ғайса 2018 йылда халыҡ-ара турнирҙа икенсе урынды яулай. Спортты үҙ иткән егеттәрҙең икеһе лә, Сибай ҡалаһының өҫтәл теннисы йыйылма командаһында сығыш яһап, республика, шулай уҡ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ була.

Алтынай тәүҙә бейеү түңәрәгенә йөрөһә, ағайҙарының һәр ярыштан алып ҡайтҡан миҙалдары ҡыҙҙы ла сәмләндергән, күрәһең. Ул да ағайҙарына эйәреп, хәҙер өҫтәл теннисы спортын һайлаған. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, Алтынайҙың да спорт карьераһы бик яҡшы бара. Ҡала кимәлендә ул бер нисә тапҡыр алдынғы урындарға сыға, республикала ла уны үҙ йәшенә ҡарата көслө спортсы булараҡ беләләр.

Һөйөндөковтар балаларын һәр яҡлап үҫтерергә тырыша. Һәләттә­рен күреп, уларҙы арттырыу йәһә­тенән ҙур эш алып баралар. Ғаиләлә бигерәк тә сит телдәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур. Бәләкәй­ҙән күп тел белеү киләсәктә ҙур мөмкинлектәргә алып килеүен яҡшы төшөндөрә алған улар балаларына.

– Һәр баланың үҙ ҡарашы, үҙ шөғөлө һәм ҡыҙыҡһыныуы бар. Беҙ уларға “шуны эшләргә тейешһең” тип әйтмәйбеҙ, ә бының мотлаҡ кәрәклеген аңлатабыҙ. Бала үҙенә кәрәк тип таба икән, уны, һис шикһеҙ, атҡарып ҡуясаҡ. Беҙҙең ғаиләлә мәжбүр итеү тигән ғәмәл юҡ, барыһы ла үҙенең теләге һәм мөмкинлегенә ҡарап башҡарыла. Иң мөһиме – беҙ һәр саҡ кәңәшләшеп эш итәбеҙ, һәр кем үҙ һүҙен әйтә, фекерен еткерә ала. Аҙаҡ уртаҡ ҡарарға киләбеҙ. Бер-береңә ышаныс булғанда ғына, ғаилә ныҡлы була. Икенсенән, күмәк бала бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, туғанлыҡ хисе көслө була. Үҙебеҙ ҙә шундай ғаиләнән, шуға күрә беҙҙең өсөн ҡала мөхитендә биш бала үҫтереү батырлыҡ түгел, – тип ғаиләһе менән таныштырыуҙы дауам итте Илгиз Варис улы.

Ысынлап та, бөтөн булмышын балаларына бағышлап, улар менән төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға ла, тәбиғәт ҡосағында бергәләп ял ойошторорға ла ваҡыт таба алған, уларҙың сәләмәтлеге, матур киләсәге өсөн барыһын да эшләргә әҙер торған Миңзәлә менән Варис Һөйөндөковтар кеүек ғаиләләргә ҡарап һоҡланаһың, уларҙы өлгө итеп ҡуяһың. Матур ғаиләнең иң яратҡан шөғөлдәренең береһе – ғаилә менән күмәкләп тәбиғәт ҡосағында ял итеү. Йәй улар өләсәйҙәре йәшәгән Әбйәлил һәм Йылайыр райондарына бара, рәхәтләнеп һыу инә, емеш-еләк йыя. Бергәләшеп Ағиҙел буйлап кәмәлә йөҙөп, урман-ҡырҙарҙа төрлө үҫемлектәр йыйып, улар хаҡында атайҙарының һөйләгән­дәрен тыңларға яраталар. Ә ҡышын ғаилә менән саңғыға баҫалар. Әйткәндәй, балаларҙың спортҡа һөйөүе ата-әсәнән килә. Илгиз Варис улы ваҡытында Сибай институтының “Физик культура һәм спорт” бүлегенә уҡырға ингән була. “Спорт – минең йәшәү рәүешем”, – ти Илгиз Варис улы. Бушыраҡ ваҡытта йүгереү, көн аша волейбол уйнау, төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу минең ҡаныма һеңгән. Спортҡа һөйөүем атайымдан килә. Ул көслө саңғысы ла, көрәшсе лә булды, волейбол да уйнаны. Бала саҡтан уны ҡарап ҡына йөрөү ҙә миндә спортҡа һөйөү тәрбиәләгәндер. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тим дә, бушыраҡ ваҡытта ниндәйҙер булһа ла спорт төрө менән шөғөлләнәбеҙ. Әсәләре лә спортҡа битараф түгел, мәктәп, студент йылдарынан алып төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, әле лә ул волейболды яҡшы уйнай, бының менән балаларына өлгө күрһәтә.

Фән менән дә шөғөлләнеп, студенттарға белем биреп, факультет менән етәкселек итеп кенә ҡалмай, бынамын тигән улдар һәм ҡыҙ үҫтергән биология фәндәре докторы, тәбиғи-математика факультеты деканы, йөҙҙән ашыу ғилми эш авторы, “Башҡорт­остан­дың Ҡыҙыл китабы” авторҙарының береһе Илгиз Һөйөндөковтың тормошо һәм йәшәйеше ысынлап та һоҡланғыс. Киләсәктә лә балалары һәм студенттары, аспиранттары уны һөйөндөрөп торор, тормошо бар яҡлап бәхетле, фән өлкәһендәге асыштары  күп булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

 

Кәримә УСМАНОВА

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: