Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Ноябрь 2021, 20:30

Хәйбулла уҡытыусыһы - Бөтә Рәсәй съезы делегаты

Мәртәбәле сара Мәскәү өлкәһенең Хөкүмәт йортонда һәм Красногорск ҡалаһының 20-се мәктәбендә үтте.

Хәйбулла уҡытыусыһы - Бөтә Рәсәй съезы делегаты
Хәйбулла уҡытыусыһы - Бөтә Рәсәй съезы делегаты

V Бөтә Рәсәй съезы эшендә ауыл мәктәптәренән 200-ҙән ашыу уҡытыусы һәм директор ҡатнашҡан.

Башҡортостандан был бәхет өс делегатҡа йылмайған, шуларҙың береһе — Хәйбулла районының 2-се Аҡъяр мәктәбе директорының мәғлүмәт-коммуникация технологиялары һәм ғилми-методик эш буйынса урынбаҫары, биология уҡытыусыһы Рәмил Зиннур улы Аҡылов.

Бөтә Рәсәй съезды дискуссия майҙансыҡтары форматында үткән. Унда ауыл мәктәптәренә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралған. Рәмил Зиннур улы әйтеүенсә, сара юғары кимәлдә уҙған. "Бик шатмын, үҙем өсөн әллә күпме яңылыҡ астым, яңы дуҫтар, фекерҙәштәр таптым. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Салауат Байсуринға, мәктәп директоры Нияз Ырыҫҡоловҡа ҙур рәхмәт", - ти ул.

Фото Рәмил Аҡыловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: