Белем һәм тәрбиә
29 Ноябрь 2021, 08:00

Барыһы ла балалар өсөн

Республиканың ҡайһы район һәм ҡалаларында яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары сафҡа инәсәк? 

Барыһы ла балалар өсөнБарыһы ла балалар өсөн
Барыһы ла балалар өсөн

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Һуңғы өс йылда Башҡортостанда 11548 уҡыусыға иҫәпләнгән 31 мәктәп төҙөнөк. Тағы – 46 балалар баҡсаһы. Уларҙа бәләкәстәребеҙ өсөн 7953 урын ҡаралған. Был – яңы төҙөлөш тураһында мәғлүмәттәр. Бынан тыш, белем биреү биналарын үҙгәртеп ҡорабыҙ, капиталь ремонт яһайбыҙ. Был мәктәптәрҙә өҫтәмә рәүештә - 2667, балалар баҡсаларында 2842 урын барлыҡҡа килтерҙе.

Тиҙҙән Нефтекамалағы мәктәптәрҙең береһенең төҙөлөшөн тамамлайбыҙ. Ул – ҡалалағы иң ҙур белем усағы, 1225 урынға иҫәпләнгән. Белем биреү ойошмаһының әҙерлеге 96 процент тәшкил итә. Мәктәп проекты заманса һәм уңайлы: ике спорт залы, туҡланыу блогы, иркен кабинеттар һәм коридорҙар бар.

Шуныһы яҡшы: хәҙер мәктәптә сәләмәтлек йәһәтенән үҙенсәлектәре булған балаларҙың ихтыяждары иҫәпкә алына. Пандустар, таянғыстар – барыһы ла ҡаралған. Мәктәп биләмәһендә йүгереү юлдары, уйын, баскетбол, волейбол һәм гимнастика майҙансыҡтары өсөн ете зона булдырылған. Һәр урында – хәүефһеҙ япма.

Яңы мәктәп уҡыусыларҙы 2022 йылдың беренсе кварталында ҡабул итәсәк. Ул Нефтекаманың йәш ғаиләләр йәшәгән, әүҙем үҫешкән райондарының береһендә урынлашҡан. Шуға бындай объект бик яҡшы буласаҡ. Былтыр йыл аҙағында биҫтәлә файҙаланыуға тапшырған 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берлектә ҡалалағы мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында урындар менән бәйле проблеманы ниндәйҙер кимәлдә хәл итәсәк.

Республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында ла мәктәптәр төҙөйбөҙ. Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһындағы мәктәп буйынса мәсьәләне ябабыҙ, вайымһыҙ подрядсынан һуң хәлде төҙәтәбеҙ. Өфө районының Миловка ауылындағы эште дауам итәбеҙ. Шулай уҡ Учалы, Хәйбулла, Дыуан, Баймаҡ райондарында һәм Өфөлә эшләйбеҙ. Белореттағы күп мәшәҡәттәр тыуҙырған мәктәпте үҙгәртеүгә тотондоҡ. Яңы балалар баҡсалары ла планлаштырылған.

Хатта бына ошондай төҙөлөш етеҙлеге менән дә Башҡортостанда мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына ихтыяж ярайһы ғына ҙур булып ҡала. Шуға артабан да  социаль өлкәгә йүнәлтелгән сәйәсәт алып барасаҡбыҙ”.


Фотолар: республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас