Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Ноябрь 2021, 22:00

Илдар Фәтҡуллин - финалда!

Ул Рәсәйҙең иң көслө ун студенты исеме өсөн көс һынашасаҡ. Уңыштар!

Илдар Фәтҡуллин - финалда!
Илдар Фәтҡуллин - финалда!

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Илдар Фәтҡуллин “Идара ит” менеджменты буйынса Бөтә Рәсәй йәштәр кубогында финалға сыҡты.

Был – “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” Президент программаһы. Ярымфиналда Волга буйы федераль округынан 185 студент ҡатнашты. Араларынан яҡташыбыҙ Илдар Илгиз улы 1 декабрҙән 3 декабргә хәтлем илебеҙҙә барасаҡ финал ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын алды.

"Бында студенттар үҙ мөмкинлектәрен тулыһынса күрһәтә аласаҡ, – ти “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Антон Сериков. – Алдан төптән әҙерләнгәндәр, үҙ көсөнә ныҡлы ышанғандар бәйгелә еңеүгә өлгәшәсәк. Шул иғтибарға лайыҡ, финалда алдағы бөтә ҡаҙаныштар ҙа ситкә ҡуйылып, һәр кем ярышты өр-яңынан башлай".

Финалда ҡатнашыусылар Рәсәйҙең иң көслө ун студенты исеме өсөн көс һынашасаҡ. Маҡсаты – лидер йәштәрҙе асыҡлау,   

Фото: "Башинформ".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: