Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Ноябрь 2021, 16:45

Һөйөнсө, телһөйәрҙәргә – яңы премия!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға дәртләндереү сараһы булдырылды. 

Һөйөнсө, телһөйәрҙәргә – яңы премия!
Һөйөнсө, телһөйәрҙәргә – яңы премия!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле көнө алдынан Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға йыл һайын тапшырыласаҡ премия булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, йыл һайын Башҡортостан Башлығының уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаларында яуланған еңеүҙәре һәм призлы урындары өсөн тәғәйен премияһына өҫтәп, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына ла премия биреләсәк. Еңеүселәр һәм уларҙың педагогтары – бишәр мең һум, ә призлы урын яулаусылар һәм әҙерләгән уҡытыусылары өсәр мең һум аласаҡ.

Белеүебеҙсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада 1987 йылдан алып үткәрелеп килә, ә 1996 йылдан ул төбәк-ара статусҡа эйә булды. Йылдың-йылы олимпиадала Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләре уҡыусылары әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан үҙен һынап ҡараған балалар ҙа булды.

34 йыл дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадала туғыҙ меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан.

- Олимпиада туған телен һәм әҙәбиәтен яҡшы белгән һәләтле балаларҙы асыҡларға ярҙам итә. Былтыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Красноусол ауылында үткән ҙур форумында балаларҙы башҡорт телен өйрәнеүгә дәртләндереү өсөн яңы алымдар булдырыу зарурлығы билдәләнгәйне. Был премияны булдырыу олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын, шулай уҡ уларҙың уҡытыусыларын дәртләндереү йәһәтенән яҡшы башланғыс, тип һанайым, - тине БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин.

Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Т. Күсимов исемендәге гимназия уҡыусылары төбәк-ара олимпиадала йыш ҡына призлы урындар яулап килә. Белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Мулләхмәтова “йылдан-йыл башҡорт телен өйрәнеүгә һәм әлеге олимпиадаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта бара” тигән фекерҙә.

- Был осраҡта уҡыусыларҙың ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренең дә ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш. Күп нимә, айырыуса балала тел өйрәнеүгә теләк тыуҙырыу уҡытыусынан тора. Олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына премия булдырыу ҙа – һөҙөмтәле дәртләндереү сараларының береһе. Беҙ уҡыусылар менән башҡа төрлө сараларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ла йыш ҡатнашабыҙ. Ошо маҡсатта Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларында булып ҡайттыҡ, - тип эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты Альбина Мулләхмәтова.

Фото: “Башинформ” агентлығы.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: