Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Декабрь 2021, 17:15

Балағыҙ мәктәптә ашамаһа...

“Сәләм” программаһында Республикаға идара итеү үҙәгенән тура тапшырыуҙа мәғариф министры Айбулат Хажин ошо турала һөйләне.

Балағыҙ мәктәптә ашамаһа...
Балағыҙ мәктәптә ашамаһа...

Мәктәптә туҡланыу менюһы менән ата-әсә ошо уҡыу йортоноң сайтында һәм балаһының электрон көндәлегендә таныша ала. Башҡортостанда 277,3 мең уҡыусы мәктәптә ҡайнар аш ашай, шуларҙың 221,5 меңе, I – IV кластар бушлай туҡлана.

БЮТ телеканалының “Сәләм” программаһында Республикаға идара итеү үҙәгенән тура тапшырыуҙа Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин ошо турала һөйләне.

Уҡыусыларҙың менюһы калориялылығы буйынса балаларҙың йәшенә тап килергә һәм “Роспотребнадзор” тәҡдим иткән аштарҙан торорға тейеш. Менюҙы ата-әсәләр комитеты менән дә яраштыралар.

Ниңә ҡайһы бер уҡыусылар мәктәптә туҡланыуҙан баш тарта? Проблема шунда: мәктәптәге аш өйҙәгенән ныҡлы айырыла. Мәктәптә аш-һыуҙы бала организмының физиологик үҙенсәлектәренән сығып әҙерләнһә, өйҙә бала бөтә ғаилә өсөн бешерелгән ашты ашай. Нимә эшләргә һуң? Балаларҙы, ә ҡайһы саҡта ата-әсәләрҙе лә туҡланыу мәҙәниәтенә өйрәтергә.

Башҡортостанда мәктәптә туҡланыу мәсьәләһе буйынса “ҡыҙыу элемтә”: +7 (347) 292-11-52.

Фото: ufa.aif.ru/edu/school

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: